

Башҡортостанда татыулыҡта һәм үҙ-ара килешеп 160-тан ашыу милләт ғүмер кисерә. Республикабыҙҙа 26 милли-мәҙәни һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәр һәм 40 милли йәмәғәт ойошмаһы бар. 1995 йылдан уларҙың барыһы ла республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йортонда һыйыныу тапҡан.
Башҡортостан мәктәптәрендә 13 туған тел өйрәнелә, 58 милли гимназия һәм лицей, 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Республикабыҙҙа рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт һәм мари телдәрендә матбуғат баҫмалары нәшер ителә. Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса бөтә мәсьәләләрҙе лә Башҡортостан Башлығы янындағы Совет көйләй. 2000 йылдан беҙҙә Башҡортостан Халыҡтары Ассамблеяһы эшләй.
Башҡортостан Халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, берҙәмлектә һәм татыулыҡта йәшәү – беҙҙең милләт-ара көс. Беҙҙең илдә 190-дан ашыу халыҡ ғүмер итә. Уларҙың һәр береһенең үҙенең мәҙәниәте, традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәте бар. Уларҙы Рәсәйгә тоғролоҡ һәм илебеҙҙең сәскә атыуы берләштерә.
– Беҙ илебеҙҙең көслө һәм берҙәм булыуына ғорурланабыҙ, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина. – Ул үҙенең милли мәнфәғәттәрен һәм халҡын һаҡлай һәм бер кемдән дә ҡурҡмай. Бөгөн геосәйәсәт хәүефе шарттарында, беҙҙең сик буйында нацизм сәскә атҡанда, күп милләтле ил һаҡсылары украин неонацистарына ғына түгел, ә тотош Көнбайышҡа ҡаршы тора.
Рәсәйҙәр 1612 йылда уҡ теләһә ниндәй көслө дошманы менән алышырға ла әҙер икәнен иҫбат итте. Һәм бөгөн дә бөтә Рәсәй иңгә-иң терәшеп үҙенең еренең хәүефһеҙлеге өсөн генә түгел, ә тотош донъялағы рус телендә һөйләшкән һәр кеше өсөн көрәшә. Әле һәр кем берҙәмлекте тоя, илебеҙҙең сәскә атыуы өсөн тырыша. Ысынлап та, рәсәйҙәр берҙәм һәм татыу.
Фото: Башҡортостан Халыҡтары Ассамблеяһы.