Йәмғиәт
7 Ноябрь 2022, 16:30

Бәхил бул, Асҡын батыры...

Бөгөн Ватаныбыҙҙың тоғро улы сержант Илгиз Фәтхисламовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Бәхил бул, Асҡын батыры...Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...

Бөгөн Асҡын районында Ватаныбыҙҙың тоғро улы Илгиз Фәтхисламовты һуңғы юлға оҙаттылар. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙә яҙма менән уртаҡлашты.

“Бөгөн беҙ Ватаныбыҙҙың тағы бер лайыҡлы улы – Көнгәк ауылында тыуып үҫкән сержант Илгиз Фәтхисламов менән хушлаштыҡ. Ул махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Разведка ротаһы взводының өлкән разведчигы булып хеҙмәт итте...

Илгиз ысын хәрби ине. Уның иңендә – контракт буйынса хеҙмәт, ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашыу. Үҙе хаҡында “һалдат булыу – минең булмышым” тип әйтер ине, спорт менән шөғөлләнде...

Уның оло йәштәге ата-әсәһе, ҡатыны, улы ҡалды... Яугирҙең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Бөтә район, республика һәм ил һеҙҙең менән бергә ҡайғыра.

Тыныс йоҡла, Илгиз! Һинең хаҡтағы яҡты Хәтер йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәр, ә ҡаһарманлығың бер ваҡытта ла онотолмаҫ!

Батырға дан! Һәм мәңгелек хәтер...” – тип яҙҙы Динис Рәдис улы.

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы ла Асҡын батырының ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләй.  

Фотолар: vk.com/id4289225 

Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Бәхил бул, Асҡын батыры...
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас