Йәмғиәт
7 Ноябрь 2022, 16:45

Бындай проекттар һаны - 46

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә йәмғеһе 46 проект тормошҡа ашырыла. Уларға һалынған аҡсаның дөйөм күләме – 47,5 миллиард һум.

Бындай проекттар һаны - 46Бындай проекттар һаны - 46
Бындай проекттар һаны - 46

7 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланыу мәсьәләһе лә тикшерелде.

Республиканың беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә йәмғеһе 46 проект тормошҡа ашырыла. Уларға һалынған аҡсаның дөйөм күләме – 47,5 миллиард һум.

Улар араһында – 38,8 миллиард һумға һигеҙ концессия килешеүе, шул иҫәптән күләмле транспорт объектын – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү тураһында. Тағы 38 проект муниципаль кимәлдә старт алды.

– Беҙ дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереүгә системалы ҡарайбыҙ. Бының өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлөшөндә төбәк һәм муниципаль стандарттар әҙерләнгән, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырыла, идеянан алып уны бойомға ашырыуға тиклем ведомство-ара килешеп эш итеүҙе ойошторабыҙ. Бындай башланғыстарҙың презентациялары Башҡортостандың инвестиция порталында “Уңыш тарихы” бүлегендә күрһәтелгән, – тине Рөстәм Моратов.

Күрелгән саралар ярҙамында киләсәккә потенциаль проекттар портфеле булдырылған. Мәҫәлән, Иҡтисади үҫеш министрлығы 47 миллиард һумға 41 инвестиция башланғысы менән шөғөлләнә. Иң эреләр иҫәбендә - Өфөлә вуз-ара студент кампусы төҙөлөшө.

Башҡортостан Башлығы дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын индереү буйынса системалы эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ республика кимәлендә һәм муниципалитеттарҙа дәүләт-шәхси партнерлыҡ инструменттарын уңышлы файҙаланабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшөн айырым контролдә тотоуығыҙҙы һорайым. Ышаныслы партнерыбыҙ бар, уның менән проектты билдәләнгән ваҡытта тамамлай аласаҡбыҙ. Кампустың беренсе сираты – IQ-парк 2023 йылдың аҙағына барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас