Йәмғиәт
7 Ноябрь 2022, 08:10

Ә эш ҡайнай!

Һуңғы ваҡытта тормошҡа ашырыла башлаған иң ҙур проекттарҙы анализланым: юл үткәргесен эшләнек, Көнсығыш сығыу юлын да, Көньяҡ ҡапҡаларҙы ла, М-7, М-12 трассаларын да... 

Ә эш ҡайнай!Ә эш ҡайнай!
Ә эш ҡайнай!

Башҡортостанда әлеге ваҡытта бихисап ҙур инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыла. Башлыса ул транспорт тармағына ҡағыла. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы эшмәкәрлеген билдәләне. Ведомство бер нисә ҙур проект менән шөғөлләнә, тине ул. Уларҙың береһе – Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә транспорт сиселеше төҙөлөшө тамамланды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, реконструкциянан һуң юл үткәргестең үткәреү һәләте 27 процентҡа арттырылған.

– Мин был эште башҡарған юлсыларға рәхмәт белдерәм. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен бөгөн беҙҙең транспорт министрлығына, шәхсән һеҙгә, Александр Владимирович еткерергә теләнем. Сөнки әллә ни тауыш сығармаһа ла, беҙҙең Транспорт министрлығы әүҙем эшләй. Һуңғы ваҡытта тормошҡа ашырыла башлаған иң ҙур проекттарҙы анализланым: юл үткәргесен эшләнек, Көнсығыш сығыу юлын да, Көньяҡ ҡапҡаларҙы ла, М-7, М-12 трассаларын да. Эш ҡайнай! Бөтә коллективҡа ҙур рәхмәт, бик һәйбәт эшләнегеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас