

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға октябрҙә Белорет районының әүҙем кешеләре аҡсалата ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо. Был изге эшкә шулай уҡ Ейәнсура, Учалы, Мәләүез һәм Стәрлебаш райондарынан да бер нисә кеше ҡушылды. Туплаған аҡса Һыратауҙағы Белорет районы егете Илшат Фәйзуллинға күсерелде.
Мобилизацияланған егеттәр күрһәтелгән ярҙам иҫәбенә үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәр алған. Ошо турала Илшат отчет биреп, рәхмәт әйтте.
– Хәйерле көн, яҡташтар, ырыуҙаштар! Мобилизацияланған егеттәр исеменән ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Беҙгә ҙур ярҙам килде: уға пауэр банк, планшет, иреп йәбештереү аппарат, заряд ҡоролмаһы, электорд һатып алдыҡ. Ярҙам өсөн үҙебеҙҙең ырыуҙаштарға рәхмәтбеҙҙе белдерәбеҙ. Был беҙҙең еңеүгә тос өлөш индереү ул, – тип белдерҙе Илшат Фәйзуллин.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: vk.сom.