Йәмғиәт
7 Ноябрь 2022, 07:30

Көҙгө боҙ

Гүзәл Ситдыҡова: "Кистән ҡайтып етмәгәс, батып үлгәндәрҙер, тип ҡурҡып ҡото ҡалмаған икән меҫкенкәйемдең".

Көҙгө боҙКөҙгө боҙ
Көҙгө боҙ

Етенселә уҡып йөрөгән саҡ. Магазиндарҙа элекке кеүек иркен ятҡан арыш, бойҙай онон табырмын тимә! Кукуруз, борсаҡ ондары ала башланы халыҡ беҙҙең төпкөл ауылда. Шыйыҡ май ҙа юҡҡа сыҡты.
Шунда һайыҫҡан ҡойроғона эләгеп, үрге күршебеҙ - Берештамаҡ ауылына шыйыҡ май килтерәләр имеш, тигән хәбәр килеп төштө.

Аръяҡҡа сығып, Инйәр буйлап ҡына барһаң, 12 саҡрым тип һанала. Үҙебеҙҙең яҡтан тау аша ғына барһаң, күпкә турараҡ та, Асыу тауы үтә текә, аяҡ аҫты ҡарлы-боҙло шыйғалаҡ ҡара көҙҙә, етмәһә, айыуҙар ҡышҡа май йыйғанда, ул юлдан. һунарсылар ғына йөрөһә-йөрөгәндер.

Йәнә бер ҡыҙҙы иптәшкә алып, 5-селә уҡыған һеңлем менән майға барырға булып киттек бит. Һауыты бармы әле ул саҡта - сәйнүк (баҡырса) тотоп алған булдыҡ. Атайым да рөхсәт итте бит әле ул - ҡатмарлы тормош юлына әҙерлек үтһендәр тип уйлауы булғанмылыр.

Мажаралы сәйәхәт булды ул: ярылып ятҡан айыу эҙе күреп ҡурҡыуҙар, оҙооон сиратта тороп, төнгә ҡалыу (ярай шыйыҡ май етте!), шунан юлдашыбыҙҙың таныштарына ҡуна төшөү, иртә менән йәнә урауҙан юлға сығыу...

Ауыл күренгәс, кисә генә кәмә менән сыҡҡан Инйәрҙең көҙгөләй йылтырап туңғаны хайран итте. Ул ғына ла түгел, шул боҙ аша балалар мәктәпкә китеп бара!

Аръяҡта ҡайһы арала беҙҙе урман ситенән үк күреп ҡалып килеп еткән әсәйем: "Боҙға баҫмағыҙ", - тип ишаралап, ҡулын болғай. Ҡайҙа инде быға ҡарап тороу - кеше сығып барғанда беҙ нисек ҡурҡып тора, ти! Етмәһә, тыуған йортто һағынып та өлгөргәнбеҙ - юҡ инде, тиҙерәк өйгә, өйгә!

Текә ярҙан боҙға төшәбеҙ. Әсәйем ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫҡан да, шытырҙап торған боҙ буйлап аяҡты яй ғына шыуҙыра-шыуҙыра килгән беҙҙән күҙен дә алмай. Ниһайәт, сығып еттек тә уның ҡосағына һыйындыҡ...

Кистән ҡайтып етмәгәс, батып үлгәндәрҙер, тип ҡурҡып ҡото ҡалмаған икән меҫкенкәйемдең.

... Ә төштән һуң Инйәр һыуы ҡурғашланып алҡынып ята ине инде - боҙо ярты көнлөк кенә булды.

Көҙгө боҙ көҙгөләй генә булһа ла ышан тигәндәре дөрөҫ ул, тик барыбер һаҡлыҡты оноторға ярамай. Хәҙер әсәйем урынында үҙемде күҙ алдына килтерһәм дә, арҡаларым семерҙәп китә, аяҡ аҫтымда бына һынам, бына убылам тип боҙ шытырҙағанын ишеткәндәй булам.

Автор: Гүзәл Ситдыҡова.

Фото: vk.com.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас