

Йәй генә яҡташыбыҙ, 90-сы йылдарҙан халыҡтың яратҡан йырсыһы Юрий Шатунов вафат булғайны. Әле килеп, Ырымбурҙа уның өлкән дуҫы, композитор һәм «Ласковый май» төркөмөнә нигеҙ һалыусы Сергей Кузнецов баҡыйлыҡҡа күсте.
Ул 1964 йылдың 6 ғинуарында Медногорск ҡалаһында тыуған. Һуңынан Ырымбурға күсенә. Шунда үҫмер Юра Шатуновты осрата һәм уның менән ижади хеҙмәттәшлеген башлай. Кузнецов ижад иткән «Аҡ раузалар» йыры менән Юра дан ҡаҙанды, был хит әлегә тиклем популяр. Сергей Борисович - йәнә «Сал төн», «Алһыу кис» һәм башҡа йырҙар авторы.
Һуңғы ваҡытта Сергей бик ныҡ ауырыған, ләкин Шатуновты ла һуңғы юлға оҙатырға барырға көс тапҡан. Ул бер ҡасан да зарланмаған: яңы башҡарыусылар өсөн текстар яҙыуын дауам иткән. 5 ноябрҙә генә Ырымбурҙа концерты була. Йәл, ул һуңғыһы булып сыға...
Бәхил бул, ижадсы!
Фото www.thevoicemag.ru