+21 °С
Болотло


Рамаҙан Ҡунафиндың юғалыуы тураһында туғандары полиция участкаһына хәбәр иткән. Рамаҙан Ризван улы Өфө ҡалаһы Калинин районының Йылҡыбай ауылында йәшәгән.
69 йәшлек Рамаҙан Ҡунафиндың өйөнән сығып билдәһеҙ яҡҡа китеүен күреүселәр булған. Ул өҫтөнә – ҡара ҡара-күкһел куртка, шулай уҡ ҡара-күкһел трико, ә аяғына ҡара итек кейгән.
Рамаҙан Ҡунафинды күреүселәр булһа, 8 937 31 02 112 йәки 112 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: Татьяна Гарнец.