

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә етеп килгән Яңы йыл байрамын билдәләү мәсьәләһенә туҡталды.
– Балаларға айырым иғтибар бирергә кәрәк. Яңы йыл саралары һәм бүләктәр һаны бер нисә тапҡырға арттырылырға тейеш. Беҙҙә мобилизацияланғандар бар, уларҙың балалары бында ҡалды – бына уларға айырым иғтибар күрһәтербеҙ, – тип белдерҙе республика етәксеһе.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Яңы йылға бер ниндәй ҙә яңы әйберҙәр һатып алырға кәрәкмәүен иҫкә төшөрҙө, ләкин, тауҙар стандарттарға тап килергә тейеш, тип билдәләне.
Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, тауҙарҙа шыуыу рөхсәт ителһен өсөн сертификат – тейешле һығымта булырға тейеш.
– Быға тиклем булған тауҙар сертификацияға тап килмәйәсәк, бының өсөн аҡса өҫтәргә кәрәк. Был ҙур аҡса түгел – балалар тауҙарына тотоноғоҙ. Ә бына төрлө төҫлө яҡтыртыуҙар, архитектура яҡтыртҡыстары артыҡ булыр, бының менән ашыҡмағыҙ. Яңы йыл шыршылары ла буласаҡ. Әммә беҙ элегерәк башҡара алғанды быйылға эшләмәйбеҙ, – тип йомғаҡланы республика Башлығы.
Фото: ufa.vibirai.ru