

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мобилизацияланған граждандарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән Берҙәм логистик үҙәк булдырылды. Бөгөн уның эше менән таныштым.
Посылкаларҙы ҡабул итеү һәм иҫәпкә алыу пунктын, йылы һәм һыуыҡ келәттәрҙе ҡараным. Башҡарырға тейешле бер нисә эште билдәләнем:
- посылкаларҙы бүлеү схемаһын эшләргә;
- әйберҙәрҙе сифатлы һаҡлауҙы тәьмин итергә;
- хәрби частарҙағы ихтыяжды өйрәнергә һәм ярҙамды алып барыу юлдарын булдырырға;
- ярҙам күрһәткән ойошмаларға һәм кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырыуҙы ойошторорға.
Берҙәм логистик үҙәк үҙ эшен башланы. Бында кейем-һалым, шәхси гигиена әйберҙәре, батарейкалар һәм аҙыҡ-түлек ебәрергә була. Шулай уҡ “Салауат” хәйриә фонды аша аҡса күсерергә мөмкин, ул да республиканан мобилизацияланған граждандарға ярҙам өсөн тотоноласаҡ.
Мобилизацияланғандарға ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы өҫтәмә мәғлүмәтте http://дляпобеды.рф/ сайты йәки +7 (347) 280-89-92 Берҙәм күп каналлы номеры аша алырға мөмкин", - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/agnazarov