Йәмғиәт
8 Ноябрь 2022, 09:00

13 егет әрмегә юлланды

Көҙгө саҡырылыш сиктәрендә Сибайҙан һәм Хәйбулла районынан 122 кешене саҡырыу планлаштырыла.

13 егет әрмегә юлланды13 егет әрмегә юлланды
13 егет әрмегә юлланды

Бөнөн, 8 ноябрҙә, Сибайҙан 13 егет әрмегә тәүгеләрҙән булып оҙатылды. Улар хәрби-диңгеҙ флотында, махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙә, һауа-йыһан көстәрендә, милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Көҙгө саҡырылыш сиктәрендә Сибайҙан һәм Хәйбулла районынан 122 кешене саҡырыу планлаштырыла.

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын тамамлаған 19 йәшлек Руслан Рыҫкилдин бында автомеханик һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштергән. Физик әҙерләнгән, төрлө көрәш төрҙәре менән шөғөлләнгән: Илдус Дәүләтбаев етәкселегендә Хәйбулла районының  Уфимка  ауылында самбо, дзюдо, көрәш секцияларына йөрөгән. Хәрби комиссариаттан Руслан автомәктәптә С категорияһына бушлай уҡыған. Хеҙмәттән һуң Себер яҡтарында  водителе булып эшләргә хыяллана. Тәүге призывниктар командаһында уның менән бергә төркөмдәше Илназ Әхмәров бара, шуға күрә егеттәргә икәүһе бергә булғас, күңеллерәк тә.

19 йәшлек Ильяс Хәлисов Төйәләҫ ауылында тыуған, татыу күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында электр монтажсыһы һөнәрен алған. 11-се мәктәп уҡытыусыһы, «Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы» клубы етәксеһе Ислам  Исламбаевҡа үҙенең сәләм еткерә, ул  физик һәм рухи үҫешендә ярҙам итте,ти.

Билдәле булыуынса, быйыл көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ башланды, бындай ҡарар хәрби комиссариаттарҙың өлөшләтә мобилизация менән бәйле  ҡабул ителде. Көҙгө саҡырыу кампанияһы 31 декабрҙә тамамлана.

Фото һәм текст сығанағы: "Сибайский рабочий" гәзите

13 егет әрмегә юлланды
13 егет әрмегә юлланды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас