

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында бөгөн “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип исемләнгән реабилитация индустрияһының I Бөтә Рәсәй форумы асылды.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар ҡабул иткән күләмле сара күргәҙмәләр менән танышыуҙан башланды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сараға килеүселәрҙе тәбрикләп, илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм нығытыуҙың айырыуса мөһим булыуын билдәләне, был йәһәттән һаулыҡ мөмкинлеге сикле булғандарға ярҙам итеү төп мәсьәлә булыуын иғтибарға алды.
-Беҙҙең маҡсат – һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр үҙҙәренең иҡтисади һәм социаль потенциалын тулы итеп тормошҡа ашырһын өсөн шарттар тыуҙырыу. Бының өсөн медицина, профессионал һәм социаль реабилитация менән шөғөлләнгән ойошмалар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһим. Башҡортостанда беҙ эшлекле майҙан асабыҙ, унда предприятие, ойошма, власть органдары – ғөмүмән, үҙенсәлекле кешеләргә ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһы менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырыласаҡ. Бөгөн беҙ ошо рәүешле барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңәбеҙ, -тине ул үҙенең сығышында.
Форум майҙансығы бай төрлө булыуы менән айырылып торҙо. Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50-нән ашыу предприятие махсуслаштырылған күргәҙмә экспозицияһында заманса реабилитация һәм протез -ортопед техник сараларын күрһәтте.
Бөтә Рәсәй форумы -күргәҙмәһе сиктәрендә ауыр тормош хәленә тарығандарға ярҙам итеү өсөн “Социаль координатор” проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы ла уҙғарылды. Хөкүмәт яғынан документҡа республика Хөкүмәте Премьер -министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.
Был килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2025 йылға Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға комплекслы ярҙам системаһын булдырыу планлаштырыла.
Автор һәм Альберт Заһиров фотолары.