Йәмғиәт
8 Ноябрь 2022, 18:45

Бөгөнгө һөйләшеү - киләсәккә ныҡлы нигеҙ

Һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар үҙҙәрен фәндә, мәҙәниәттә, спортта һәм башҡа йүнәлештәрҙә үҫтерә алырға тейеш.

Бөгөнгө һөйләшеү - киләсәккә ныҡлы нигеҙБөгөнгө һөйләшеү - киләсәккә ныҡлы нигеҙ
Бөгөнгө һөйләшеү - киләсәккә ныҡлы нигеҙ

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында үткән “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров реабилитация, абилитация әйберҙәре етештереүселәрҙең экспозицияһын ҡараны. Унда илебеҙҙең 12 төбәгенән 50-ләп предприятие ҡатнашты.

Салауат районынан инвалидтарҙың спорт союзы стендында ҡаяға үрмәләү ҡоролмаһында “үҙенсәлекле” атлеттарҙың шөғөлләнеүҙәре күрһәтелде. Муниципалитетта төрлө спорт төрҙәренә 50 инвалид йәлеп ителгән.

Радий Хәбировты Һарытау өлкәһенән йәш рәссам Алина Маслованың картиналар экспозицияһы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Йәш таланттың 150-нән ашыу ижади эше бар.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан компанияһы етештергән реабилитация өсөн әйберҙәр менән дә танышты. Белореттағы "Армс” предприятиеһы махсус спорт тренажерҙары, Өфөнөң “Орто-Инновациялар” компанияһы шәхси протездар сығара.

Пленар ултырыш та һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙең мәсьәләләрен хәл итеү майҙансығына әүерелде. “Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар” тигән темаға арналған ултырышта сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы “үҙенсәлекле” кешеләр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуҙа республикабыҙҙа уңышлы тәжрибә булыуын билдәләне.

"Бөгөнгө форумдың тарихы ярайһы уҡ ҙур. Беҙ ун йыллап инде үҙҙәренең эшмәкәрлеген “үҙенсәлекле” кешеләргә ярҙамға арнаған битараф булмағандарҙы тупларға тырышабыҙ. Улар беҙҙең өсөн изгелек өлгөһө булып тора", - тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләргә реабилитация һәм социализация өлкәһендә социаль сәйәсәт йүнәлештәре хаҡында ла ентекле һөйләне.

"Башҡортостанда еңел һәм эшкәртеү сәнәғәтенә, халыҡ художество кәсептәренә ярҙам программалары уңышлы эшләй. Улар буйынса профилле предприятиелар технологик ҡорамал, сеймал һәм материалдар өсөн субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Быйыл беҙ реабилитация техник әйберҙәрен етештереүселәр өсөн ошондай программа әҙерләйбеҙ, киләһе йылда уны эшләтеп ебәрергә ниәтләйбеҙ. Бындай предприятиелар беҙҙә күп. Ошо тәжрибә башҡа төбәктәргә лә ҡыҙыҡлы булыр. Әгәр бындай ярҙам программаһы федераль кимәлдә лә ҡабул ителһә, тимәк, бөгөнгө диалог һөҙөмтәһеҙ үтмәне тигән һүҙ", - тине сығышында Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы республикала реабилитация инфраструктураһының яҡшы үҫешкән булыуын да иғтибарға алды. Уның эшен республикабыҙҙағы биш реабилитация үҙәге сағылдыра. 2024 йылдың тәүге яртыһында Өфөлә ҡунаҡхана, уҡыу корпусы, реабилитация үҙәге менән “Салют” балалар шифаханаһын реконструкциялауҙы тамамлау ниәтләнә. Яңы реабилитация бүлексәһе Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы базаһында ла барлыҡҡа киләсәк.

"Тағы ла бер маҡсат – социаль өлкәнең төрлө тармағында уңайлы мөхит тыуҙырыу. “Үҙенсәлекле” кешеләр фәндә, мәҙәниәттә, спортта һәм башҡа йүнәлештәрҙә үҙҙәрен үҫтерә алырға тейеш", - тине етәксе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас