Йәмғиәт
8 Ноябрь 2022, 11:25

Бәхил бул, һалдат!

Сержант Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операция ваҡытында һәләк була.

Бәхил бул, һалдат!Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!

"Яҡташыбыҙ Азат Рәзит улы Мифтаховты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Контракт хеҙмәте сержанты Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операция ваҡытында һәләк була.

Ерләүгә килгән туғандары һәм дуҫтары Азатты ихлас күңелле, изге күңелле, ярҙамсыл кеше итеп иҫкә ала. Азат Рәзит улы үҙен ҡыйыу хәрби, Ватанының ысын патриоты итеп күрһәтте.

Ул маҡсатлы рәүештә Ватанға хеҙмәт итеү юлын һайлаған. 2014 йылда, тыныс һөнәрен ҡалдырып, контракт буйынса хеҙмәт итергә юллана.

Әле илебеҙҙә ниндәй ҡатмарлы осор икәнен беләбеҙ. Беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ тыныс күк йөҙө аҫтында үҫһен өсөн көрәшә. Беҙ Азат Рәзит улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Был ҡайғыны кисерергә һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Азаттың ғаиләһенә барлыҡ кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ. Уның хаҡында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ", - тип яҙып сыҡты Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә. 

Фото vk.com/r.f.gazizov

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас