Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2022, 09:00

Фәниә апай 11-се автомобилен “йүгәнләгән”!

74 йәшлек апай ваҡытында эште "копейка"нан башлаған, ә бер мәл уға хатта...

Фәниә апай 11-се автомобилен “йүгәнләгән”!
Фәниә апай 11-се автомобилен “йүгәнләгән”!

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән 74 йәшлек Фәниә Зарипова үҙ ғүмерендә 11 автомобиль алмаштырған. Уның машина йөрөтөү стажы ҙур. 1995 йылда тәү тапҡыр “тимер ат”ты  “йүгәнләргә” була. Ә водитель танытмаһын 1991 йылда уҡ  Стәрлетамаҡ ҡалаһында алған.

Эште “копейка”нан башлаған, аҙаҡ “пятерка”ға күскән, хатта уға автобусҡа ултырырға тура килгән. Бөгөн апайығыҙ ҡыҙыл төҫтәге “Шевроле” автомобилендә елдерә.

Елдерә тигәс тә, тәжрибәле водитель юл-транспорт ҡағиҙәләрен теүәл үтәй, һәр саҡ һаҡ һәм иғтибарлы, тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите. Яҡташтары Фәниә апайҙары менән һоҡланып, уға матур теләктәрен еткергән, гел шулай йәш ҡалыуын, имен-аман йөрөүен теләгән.

Фото: ”Салауат ерендә” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: