

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында йәшәгән Роза һәм Һөйөндөк Ишморатовтар алтын туйҙарын билдәләне. Улар 50 йыл иңгә-иң терәшеп татыу йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора. Матур ғаилә 4 ҡыҙ, 1 ул үҫтергән. Әлеге көндә бәхетле ҡартатай, бәхетле өләсәй булып гөрләтеп донъя көтәләр. Алтын туйҙарын билдәләүсе парға, республика Башлығы указына ярашлы,иҫтәлекле бүләк тапшырылған.
Өфөлә йәшәгән килендәре Гөлсәсәк Ишморатова әйтеүенсә, ҡайны-ҡәйнәһе - балалары өсөн оло терәк, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле һәм яғымлы ҡартатай менән өләсәй ҙә. "Беҙҙе, балаларын, һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, тәмле күстәнәстәр менән оҙатып ҡалалар",-ти ул.
Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер юлынан бергә атлаған Ишморатовтарға бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: Гөлсәсәк Ишморатова.