

Билдәле булыуынса, 8 ноябрҙән 10-ына тиклем Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип исемләнгән I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бара. Ул - республикабыҙҙа уҙғарылған иң күләмле реабилитация индустрияһы сараһы. Форум сиктәрендә “Изге республика” исемле мәрхәмәтлек йәрминкәһе лә ойошторолдо. Унда һатылған әйберҙәрҙән килгән аҡса һаулыҡ мөмкинлеге сикле балаларҙы реабилитациялауға йүнәлтелә.
“Балалар – беҙҙең бәхет” ойошмаһы вәкиле Екатерина Экономова йомшаҡ уйынсыҡтар етештерелеүе тураһында һөйләне. "Уйынсыҡтарҙы тулыһынса үҙем эшләйем. Берәүһенә 5-6 көн ваҡыт китә. Бер уйынсыҡ хаҡы дүрт мең һумдан ашыу, йәрминкәнән йыйылған аҡса хәйриә маҡсатына йүнәлтелә", - тине ул “Молодежная газета” гәзитенә биргән интервьюһында.
Валентина Михайлова күп йылдар сәйлән менән эшләй, оҫталыҡ дәрестәре алып бара. "Был сарала ҡатнашыуымдың маҡсаты - үҙемдең эшемде күрһәтеү һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикле балаларға ярҙам итеү. Киске сәғәт алтынан төнгө икеләргә тиклем ҡул эше менән ултырам. Бындай график менән ҡайһы бер ҡатмарлы эштәрҙе башҡарыу өсөн бер нисә аҙна кәрәк", - ти ул.
“Сикһеҙ йорт” ойошмаһы директоры Регина Сафронова сараға улы менән килгән. "Беҙҙәге эштәр һаулыҡ мөмкинлеге сикле балаларҙың ата-әсәләре тарафынан башҡарылған. Ғаиләләр менән бергә эшләйбеҙ. Гөлнара исемле бер әсәйебеҙ балаларға оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Арала интерьер картиналары яҙыусылар ҙа бар", - тине ул.
Автор фотоһы.