Йәмғиәт
8 Ноябрь 2022, 02:00

Ололар аҡылы

Был яҙмалар өләсәйҙең (олатайҙың) ейәндәренә нәсихәте рәүешендә яҙылған.

Ололар аҡылыОлолар аҡылы
Ололар аҡылы

Әбйәлил районында йәшәгән блогер һәм психолог Рәхимә Мусина "Олалар аҡылы" тип атаған бик матур яҙмалар яҙа. Бөгөн шуларҙың береһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

"Донъялағы иң шәп кеше булһаң да, барыбер һине яратмағандар буласаҡ, балам. Булышып ҡына ҡалмаҫтар, нахаҡ яла ла яғырҙар, яйы сыҡҡан һайын аяҡ салып, арттан бысаҡ ҡаҙап та маташырҙар. Һаҡ бул, әммә шуны ла онотма: дошмандар — иң яҡшы уҡытыусылар. Улар һине "уҡыта", төп башына ултырта-ултырта шулай тормош һабаҡтары бирә, ҡабыр алдынан өрөргә, һыр бирмәҫкә, сәмләнергә, еңергә өйрәтә.

Әгәр ҙә бик түҙгеһеҙ булһа, ошо теләкте телә: "Эй Раббым, дошмандарыма иман килтер, күңелдәренә изгелек орлоғо сәс, юлдарына бәхетте мул итеп сығарып һал, шуға ҡыуанһындар ҙа мине тыныслыҡта ҡалдырһындар". Тик бер ҡасан да таш менән атҡанға һин дә таш ташлама. Этләшеү, үсләшеү — ул түбән кешеләрҙең эше, балам. Һин юғары булып ҡал, яҡшылыҡ менән ең!"

Текст сығанағы һәм фото: Рәхимә Мусина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас