

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уҙғарылған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә ”Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар” тип аталған пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Унда республикала һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе реабилитациялау сараларын етештереүсе предприятиеларға ярҙам программаһы әҙерләнеүе тураһында әйтелде. Шуны билдәләү мөһим, 2019 йылдан алып Башҡортостанда илебеҙҙә беренсе булып, балаларға реабилитация өсөн сертификаттар индерелде. Йыл һайын был маҡсатта 50 миллион һум аҡса бүленә.
-Һәр сертификат 41 мең һум тирәһе тора. Был аҡса ата-әсәләргә бирелә һәм улар уны балаларын реабилитациялауға йүнәлтә, - тине Радий Хәбиров.
Пленар ултырышта сығыштар байтаҡ булды. “Ҡаршылыҡтарҙы кәметеү өлкәһендә эш: һөҙөмтәләр һәм маҡсаттар”, “Инвалидтарға ҡарата ҡануниәтте формалаштырыуҙа йәмәғәт ойошмаларының роле” һәм башҡа темалар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Автор фотоһы.