

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бөгөн һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙең мәсьәләләрен хәл итеүҙең ҙур майҙансығына әүерелде.
Был программа сиктәрендә уларҙың ҡатнашлығында концерт та күрһәтелде. Күп конкурстар лауреаты, 17 йәшлек Айгөл Ибраһимова ла үҙ һәләте менән һоҡландырҙы.
"Мин бала саҡтан инвалид. 11 йәшемдән электр коляскаһында йөрөйөм. Әле мәктәптә белем алам. Бала саҡтан йырлайым, Өфөләге 3-сө музыкаль мәктәпте тамамланым", – тине ул.
Айгөл әйтеүенсә, белем усағынан алыҫ йәшәмәгәс, хәҙер мәктәпкә бик еңел барып етә. Киләсәккә хыялы – йырҙы күңел шөғөлө итеп ҡалдырып, медицина университетына уҡырға инеү.
Тағы ла бер башҡарыусы - 22 йәшлек Даниил Тен Өфөгә Белорет ҡалаһынан килгән. Ул биш йәшенән йырлай, шул уҡ ваҡытта коляскала спорт бейеүҙәре менән дә әүҙем шөғөлләнә.
Фото һәм мәғлүмәт: “Молодежная газета” сайты.