

Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү өҫтөндә күп эштәр башҡарыла. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе.
“Хәжәр апай йортонда бөгөн ҡаҙ өмәһе үткәрҙек. Яҡындарыбыҙ тиҙ генә йыйылып, һәр кем эшкә тотондо. Ҡаҙан аҫып, һыу йылытылды. Изге теләктәребеҙҙе әйтеп эш башланыҡ, ауылда берҙәмлек һаҡланып килә, Аллаға шөкөр. Һәр кемебеҙ оҫтарып киткән: ҡаҙҙы ҡаҙандағы эҫе һыуға тығып, йөнөн йолҡоп, эсен таҙалап, ирҙәрҙән өттөрөргә өлгөртөп торабыҙ. Йола буйынса, Йылайыр буйына теләктәр теләй-теләй төшөп, сайҡатып алып ҡайттыҡ”, – тип фекерен уртаҡлашты Ҡашҡар ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәге мөдире Зарифа Юламанова. - "Ҡаҙ ите тәмле, татлы булһын өсөн уны таҙартып бөткәс тә ныҡ итеп тоҙлап, бер көнгә һеңдерергә ҡалдыралар. Иртәгәһенә полиэтилен тоҡсайҙарға һалып, туңдырғысҡа урынлаштыралар".
Зарифа Юламанова фотоһы.