Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 10:00

Атырға ярамай ҡалдырырға

Өтөр ҡайҙа ҡуйылыр...

Атырға  ярамай ҡалдырырғаАтырға  ярамай ҡалдырырға
Атырға ярамай ҡалдырырға

Башҡортостанда депутаттар хужаһыҙ ҡалған йорт хайуандары һанын көйләү тураһындағы федераль  законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим иткән, тип яҙа «Башҡортостаным / яңылыҡтар» порталы. Үҙгәрештәрҙең иң мөһиме хужаһыҙ ҡалған берәҙәк эттәрҙе ҡырағай хайуандар рәтенә индереп, уларҙың һанын көйләү маҡсатында атырға ла рөхсәт буласаҡ. Билдәле, хужаһыҙ ҡалған эттәр ҡырағайға әйләнә һәм аҙыҡ эҙләй. Һөҙөмтәлә улар ҡайһы бер ҡоштарҙың һәм һөтимәрҙәрҙең юҡҡа сығыуына сәбәпсе булған, тип билдәләй ғалимдар. Шулай уҡ берәҙәк эттәр йыш ҡына балаларға һәм оло кешеләргә ташланып, ҙур хәүеф менән янай. Билдәләнгән саралар - аулау, стерилләү һәм артабан иреккә сығарыу, һөҙөмтә бирмәгәне билдәле...

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас