

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев журналистар өсөн матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Унда һүҙ Өфө ҡалаһындағы Берҙәм логистика үҙәгенең эше тураһында барҙы.
Алексей Николаевич әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта мобилизацияланғандарға посылканы нисегерәк ебәреү буйынса туғандарынан мөрәжәғәттәр йыш килгән. Айырым кешеләрҙең дә, физик шәхестәрҙең дә был турала һорауы күп булған. Ысынлап та, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Берҙәм логистика үҙәге төҙөлгән.
Берҙәм логистика үҙәгенең адресы: Өфө районы, Зубов ауылы хакимиәте, Аграр урамы, 8, төҙөлөш, 1 (Өршәк станцияһының территорияһында урынлашҡан, “Башсельхозтехника” предприятиеһының келәте). Ни өсөн тап ошо урын һайланған? Сөнки кәрәк-яраҡ ҡабул итеү өсөн бында бөтәһе лә әҙер. Төрлө ҙурлыҡтағы келәттәр, туңдырғыстар һәм башҡа бүлмәләр шуға асыҡ миҫал.
Мәҫәлән, республикабыҙҙың берәй ҡала һәм районында йәшәгән берәү туғанына әйберҙәр ебәрергә теләһә, шундағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә ала. Ошо хакимиәттә тупланған кәрәк-яраҡ, әлбиттә, тәғәйен кемгә икәне һәм адресы яҙылырға тейеш, туранан-тура Өфөләге Берҙәм логистика үҙәгенә тапшырыла. Әйткәндәй, бында “Рәсәй почтаһы” йәмғиәтенән белгес эшләй. Берҙәм логистика үҙәгендә йыйылған посылкалар аҙаҡтан адрес буйынса ғәскәри часкә оҙатыла. Ниндәй әйберҙәр ебәрергә? Беренсе талап – боҙола торған йәки срогы сыҡҡан аҙыҡ-түлек булмаҫҡа тейеш. Йоҡа һәм йылы носкиҙар, эске күлдәктәр, термокейемдәр, шәхси гигиена әйберҙәре, һабын, тушенка, балыҡ консервалары, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, сәй, кофе, шәкәр, шоколад – башлыса ошолар кәрәк. Хатта аҡса ла ебәрергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн ҡыҙыу телефон: 8 (347) 280-89-92.
– Берҙәм логистика үҙәгенең маҡсаты – посылка ебәреүҙе еңеләйтеү, ябайлаштырыу һәм был тәңгәлдә тәртип булдырыу, – тине министр Алексей Гусев. – Ошо көндәрҙә Берҙәм логистика үҙәгенән тәүге йөк машинаһы тәғәйен урынға оҙатыласаҡ. Бындай хеҙмәт бушлай күрһәтелә, аҡса түләргә кәрәкмәй, бөтә сығымдарҙы ла Хөкүмәт үҙенең өҫтөнә алған.
Фото: Илдар Аҡъюлов.