

“Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип исемләнгән I Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә “Изге республика” мәрхәмәтлек йәрминкәһе бөгөн дә дауам итте. Был сара һаулыҡ мөмкинлеге сикле балаларға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Тирә-йүндәгеләргә изгелекле булыу ғына түгел, йәмғиәтебеҙҙең ҡул эше оҫталарына бай икәнлеге лә күренде унда.
Өфөнән Светлана Серебрякова йәрминкәгә үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡурсаҡтарын алып килгән.
- Электән ҡурсаҡтар эшләп ҡарарға хыяллана инем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, был ниәтем тормошҡа ашты.Тәүҙә ышанысһыҙ ғына башлаһам да, уңышлы килеп сыҡҡас, дәрт артты. Хәҙер бер йылдан ашыу ҡурсаҡтар эшләйем. Бөгөнгө йәрминкәлә лә эргәмә килеп ҡыҙыҡһыныусылар күп булды, - тип һөйләне Светлана Владимировна.
Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләргә уңайлылыҡтар тыуҙырыу буйынса көнүҙәк һорауҙарҙы күтәреү генә түгел, күрешеү, аралашыу, бер-береңә изгелек ҡылыу майҙанына әүерелде Өфөлә уҙғарылған форум.
Автор фотоһы.