

“Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип исемләнгән I Бөтә Рәсәй форумының сағыу сараларының береһе модалы кейем күрһәтеү булды.
Һаулыҡ мөмкинлеге сикле булған егет-ҡыҙҙарҙың кейем коллекцияһын оҫта итеп күрһәтә белеүе менән үҙенсәлекле булды сығыштар.
Мәскәүҙән килгән “Ортомода” компанияһының үҫеш буйынса директоры Алиса Шувалова адаптив кейем сығарыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыуҙарын билдәләне, уларҙың коллекциялары бында ла ҡыҙыҡһыныусыларын тапты.
- Беҙ Рәсәйҙәге иң ҙур фабрикаларҙың береһе һәм баҙарҙа 20 йыллап хеҙмәт итәбеҙ. Беҙҙең кейемдәр барыһы өсөн дә универсаль. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләргә, сәләмәт кешеләргә бүлмәйбеҙ, барыһы өсөн дә кейем матур, уңайлы булырға тейеш тигән фекерҙәбеҙ. Ошо рәүешле тигеҙ мөмкинлекле йәмғиәт тыуҙырырға тырышабыҙ. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына сығабыҙ. Бөгөн Өфөлә “Ҡалала – көҙ” исемле адаптив кейем коллекцияһын тәҡдим итәбеҙ,–тине ул.
Мода күрһәтергә сыҡҡан мөләйем ҡыҙҙарҙың береһе Айгөл Ибраһимова менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе.
- Минең өҫтөмдә уңайлығы менән айырылып торған ямғырҙан һаҡлай торған кейем. Сәхнәгә мода күрһәтергә сығыуым беренсе тапҡыр, шуға бер аҙ тулҡынланам, - тине ул.
Юғалып ҡалманы Айгөл, ҡуйылған бурысты бик матур итеп башҡарҙы.
Автор фотолары.