

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип исемләнгән I Бөтә Рәсәй форумы дауа итә. Бөгөн бында төрлө темаларға арналған түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыла. Уларҙың береһе “Уңайлы туризм. Яңы мөмкинлектәр” темаһына арналды.
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов бөгөнгө осрашыуҙың һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләргә туризмда уңайлыҡтар булдырыуҙа маҡсаттар билдәләү йәһәтенән әһәмиәтле булыуын белдерҙе. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙең күптәренең сәйәхәт итергә теләүҙәрен, ләкин үҙ аллы йөрөү мөмкинлеге булмауын билдәләне һәм ошо йәһәттән шарттар тыуҙырырға кәрәклеген иғтибарға алды.
Туризм йүнәлешендә эш алып барыусыларға һаулығы сиклеләрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тотоу, уңайлы шарттар ғына түгел улар менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең дә әҙерлекле булыуҙары мөһимлеген әйттеләр.
Рәсәй инвалидтарының спорт берлеге президенты Флүр Нурлығаянов үҙенең сығышында республикала айырыуса һуңғы йылдарҙа туризм үҫешенә иғтибар бирелеүен иғтибарға алып, яңы тәҡдимдәрен индерҙе. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр менән тәбиғәттә ойошторолған спорт туризмы буйынса уҙғарылған саралар аша үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Түңәрәк өҫтәлдә “Асҡын боҙ мәмерйәһе” рус география йәмғиәте проекты етәксеһе Гүзәл Хәмитованың сығышы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Тап бында әлеге көндә һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе ҡабул итеү буйынса ентекле эш алып барыла. Проект етәксеһе ошо йәһәттән киләсәккә пландары менән бүлеште.
Туризм буйынса ғына түгел ҡалала уңайлы шарттар тыуҙырыу тураһында да һүҙ ҡуҙғатылды түңәрәк өҫтәлдә.
Автор фотолары.