Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 15:00

Уңыштар һиңә, Инера!

Еңеүсе ҡыҙ өс миллион һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ буласаҡ. 

Уңыштар һиңә, Инера!Уңыштар һиңә, Инера!
Уңыштар һиңә, Инера!

Еңеүсе ҡыҙ өс миллион һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ буласаҡ

Инера Хазырова “Мисс Офис 2022” халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Стәрлетамаҡтан 26 йәшлек ҡыҙ ярыштың финалына сыҡты. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Өс йыл эшләү дәүерендә ҡыҙ страховкалау компанияһында агенттан алып башҡарма директорға тиклем хеҙмәт юлы үткән. Уның һүҙҙәренсә, сағыулыҡ, аралашыусанлыҡ һәм хәүефкә әҙер әҙер булыу – юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам иткән сифаттар.

– Бейеүҙәр һәм тауҙарға походтар – минең өсөн мауығыу ғына түгел, ә йәшәү рәүеше, – ти Инера. – Клиенттың бәхетле күҙҙәрен күргәндә, үҙ-үҙемә ышанысым арта, был мине бик рухландыра. "Мисс Офис“ – яңы донъяға ишек, яңы танышыуҙар, тәьҫораттар һәм үҙеңде икенсе яҡтан таныу донъяһы.

“Мисс Офис” – Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге офис хеҙмәткәрҙәре араһында йыл һайын уҙғарылған Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы. Ғәҙәттә, ҡатнашыусыларҙың йәше 20-нән 35-кә тиклем булырға һәм тажға дәғүә итеүсе офис вазифаһында эшләргә тейеш. Төп бүләк – өс миллион һум. Шулай уҡ финалда сәйәхәттәр, гаджеттар, ювелир биҙәүестәр, дизайнер кейемдәре һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

7 ноябрҙә “Мисс Офис”тың 13-сө миҙгеленең аҙаҡҡы бүлеге асылды: финалсылар Мәскәүгә килде. Улар ике аҙна дауамында бәйгегә әҙерләнәсәк.

Яҡташыбыҙ Инераға уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ". 

Уңыштар һиңә, Инера!
Уңыштар һиңә, Инера!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас