Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 09:50

Юғалған өс баланың берәүһе табылған

Диана Өфө ҡалаһына барып сыҡҡан булған. Ә ҡалған икәүһе ҡайҙа, улар ни хәлдә икән?..

Юғалған өс баланың берәүһе табылғанЮғалған өс баланың берәүһе табылған
Юғалған өс баланың берәүһе табылған

7 ноябрҙә Иглин районының Охлебинин ауылындағы социаль приюттан өс бала юғалғайны: 13 йәшлек Артем Фазлыев, 14 йәшлек Диана Заһиҙуллина, 15 йәшлек Ангелина Горшкова. Улар ҡасҡан тип фаразлана, сөнки баштан уҡ шундай ғәҙәттәре булған икән.

Кисә кис уларҙың берәүһен тапҡандар. Диана Өфөлә булған. Ҡалған ике үҫмерҙе лә баш ҡалала күргәндәр. Тиҙҙән улар ҙа табылыр, тип өмөт итәйек.

Фото: "Башинформ".

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас