Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 11:15

Ҡыйыу ҡыҙҙар ҡайҙа тиһәң, Күгәрсендә икән!

Айгөл Сафина күгәрсендәрҙе ҡыйыулығы, дыуамаллығы менән шаҡ ҡатырҙы. Бына, исмаһам, егетлек!

Ҡыйыу ҡыҙҙар ҡайҙа тиһәң, Күгәрсендә икән!Ҡыйыу ҡыҙҙар ҡайҙа тиһәң, Күгәрсендә икән!
Ҡыйыу ҡыҙҙар ҡайҙа тиһәң, Күгәрсендә икән!

Республиканың бөтә ауыл-ҡала халҡы ысын күңелдән мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙыу, күңелдәрен күтәреү  өсөн тырыша. Күгәрсен районының олоһо-кесеһе Пензала хәрби әҙерлек үткән яҡташтарына гуманитар ылау ойоштороуҙа, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә дәррәү ҡатнашты. Район хакимиәте был йәһәттән өлгөрлөк күрһәтеп, әйберҙәрҙе туплау, ҡаптарға тултырыу, транспорт мәсьәләһен хәл итте. Ойошмалар, предприятиелар һәм ил, Ватан һаҡсылары яҙмышына битараф булмаған кешеләр  ярҙам күрһәтергә ашыҡты.

Шундайҙарҙың береһе – Айгөл Сафина күгәрсендәрҙе ҡыйыулығы, дыуамаллығы менән шаҡ ҡатырҙы. Бына, исмаһам, егетлек!  Ул Пензалағы яҡташтары эргәһенә үҙе барып, хәрбиҙәргә көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек  һәм башҡа кәрәк-яраҡтар илткән. Ҡыйыу Күгәрсен ҡыҙы алыҫ сәфәргә сығырға ҡурҡмаған, шәхси машинаһына арба тағып, яҡташтары эргәһенә имен-аман барып еткән. “Бөтә күгәрсендәр һиңә рәхмәт әйтә, Айгөл!”, тип  ғорурланып яҙа “Күгәрсен хәбәрҙәре”гәзите.

Фото:”Күгәрсен хәбәрҙәре” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас