Йәмғиәт
10 Ноябрь 2022, 06:00

Ат дағаһы – ҡот-бәрәкәт билгеһе

Тап йылҡы малынан төшөп ҡалғанды һәм нәҡ үҙең тапҡанды ғына беркетергә кәрәк

Ат дағаһы – ҡот-бәрәкәт билгеһеАт дағаһы – ҡот-бәрәкәт билгеһе
Ат дағаһы – ҡот-бәрәкәт билгеһе

Башҡорттарҙа аттың тояғынан төшөп ҡалған дағаны тупһаға ҡаҙаҡлап ҡуйыу йолаһы ҡәҙерләп һаҡлана. Улай итһәң, йортҡа ҡот-бәрәкәт килә, өйҙә тыныслыҡ һаҡлана, был урынға шайтан да, ен дә инмәй, тиҙәр. Ысынлап та, борондан беҙҙең халыҡ ат дағаһының йәшәйеште ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, тормошто йәнләндереп һәм йәмләндереп ебәреү ышанысы менән ғүмер итә.

Этнограф Закирйән Әминев һөйләүенсә, ауылдарҙа ат дағаһының тупһаға ҡаҙаҡланып ҡуйылыуын да, ҡапҡала эленеп тороуын да күргән. Улай ғына ла түгел, даға төрлө яҡта төрлөсә – баштүбән йәки киреһенсә беркетелеүенә лә иғтибар иткән.

– Атайымдың йән дуҫы һәм күршебеҙ Мазһар Бикмәтов ат дағаһын ҡайһылай урынлаштырһаң да хата түгел, бер ниндәй ҙә айырма юҡ, – тине унан был турала һорашҡанда.

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Шамил Мансуровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тап йылҡы малынан төшөп ҡалған һәм нәҡ үҙең тапҡан дағаны тупһаға йәки ҡапҡа тышына беркетергә кәрәк. Иң мөһиме, дағаның асыҡ яғын аҫҡа йәки түбәнгә ҡаратып ҡуйыу дөрөҫ була.

Хөрмәтле дуҫтар! Ә һеҙ ат дағаһын ҡайҙа һәм нисек беркеттегеҙ?  

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас