

Был турала "Кәртәләрҙе емереп" асыҡ күргәҙмә-форум барышында иғлан ителде. "Түңәрәк өҫтәл"дә Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, сәнәғәт үҫеше фонды директоры Әнүәр Кәримов, социаль структуралар вәкилдәре, предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.
Предприятие етәкселәре был башланғысты ваҡытлы һәм кәрәкле тип тапты. Продукцияның сит ит аналогтары киткәс, реабилитация ҡорамалдары етештереүселәрҙең заказдары күберәк була башлаған. Етештереү күләмен арттырыу, номенклатураны киңәйтеү, технологияларҙы үҙ аҡсалары һәм заём иҫәбенә камиллаштырыу өсөн дәүләт ярҙамы кәрәк.
Радий Хәбиров етәкселегендә үтәсәк киләһе “Сәнәғәт сәғәте"ндә 15-тән ашыу техник реабилитация саралары етештереүсе предприятие ярҙам саралары буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк. Башҡортостанда етештереүҙе үҫтереү, уларға булышлыҡ сараларын, шул иҫәптән ҡорамалдар һатып алыуға субсидия биреү мәсьәләләрен тикшереү планлаштырыла.
Тармаҡҡа ярҙам программаһы әҙерләнгәнсе, реабилитацияның техник сараларын етештереүселәр Сәнәғәт үҫеше фонды программаларынан файҙалана ала. Биш йыл эшләү дәүерендә был фонд Башҡортостан иҡтисадына дөйөм инвестициялары 40,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 107 проектты хупланы. Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа Бәләкәй эшҡыуарлыҡты микрокредитлау һәм лизинг компанияһы, Эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы ла комплекслы ярҙам күрһәтә.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru