

10 ноябрҙә Башҡортостандың республика йыйылыу пунктынан 80 кеше – көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың тәүгеләре – Мәскәү өлкәһенә, Рязань ҡалаһына юлланған. Улар хәрби хеҙмәтте һауа-десант һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә, шулай уҡ Милли гвардияла үтәсәк.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу Украинала махсус хәрби операция үткәреүгә бер нисек тә бәйләнмәгән. Элекке кеүек үк, саҡырыу Рәсәй Федерацияһы закондары менән билдәләнгән ваҡыт эсендә һәм планлы тәртиптә алып барыла.
Һалдаттар Рәсәйҙә хеҙмәт үтәсәк. Әрме хеҙмәте тамамланған егеттәр тыуған яҡтарына ҡайтарыла.
Хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың төп өлөшө дүрт-биш айға уҡыу үҙәктәренә уҡырға йүнәлтелә.
Көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡытында Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафына дүрт меңдән ашыу кеше ебәрәсәк. Хеҙмәткә саҡырыу йыл тамамланғансы барасаҡ.
Фото: "Башинформ".