

Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев Херсон өлкәһенә командировка барышында яраланған полиция хеҙмәткәрҙәренә Эске эштәр министрлығының баш клиник госпиталендә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ – полиция майоры Иван Макаров та бар. Министр уға ведомствоның “ Айырым шарттарҙағы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын тапшырҙы. Ул – республиканың егерме йылдан ашыу ғүмерен көс структураларына арнаған иң тәжрибәле кинологтарҙың береһе. Яҡташыбыҙ октябрь айы башында ваҡытлыса дислокация пункты биләмәһендә яралана. Яҡын арала клиникала уға операция яһарға тейештәр.
“Һеҙ үҙегеҙҙең хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ, героизм күрһәттегеҙ. Ҡурҡып ҡалманығыҙ, ҡаушаманығыҙ, ә яраланған көйө хеҙмәтегеҙҙе дауам иттегеҙ. Мин һеҙҙең яңынан сафҡа баҫыуығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙ менән эшегеҙҙе дауам итеүегеҙгә ышанам. Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм яҡшылыҡтар теләйем!Яҡынлашып килеүсе һөнәри байрамығыҙ менән! Яҡындарығыҙға минән ҙур сәләмдәр тапшырығыҙ”,– тине Владимир Колокольцев.
Фото:#МВДРоссии #ПолицияРоссии #ВладимирКолокольцев #Награждение