

Ғаилә берлеге- үҙ-ара ихтирам, һөйөү һәм татыулыҡ, тырышлыҡ һәм ауырлыҡтарҙы бергә үтә белеүҙең кәүҙәләнеше. Бөгөн Сибай ҡалаһының Никах һарайында ысын бәхет сығанағына әүерелгән ныҡлы ғаилә парҙары тәбрикләнде.
Үҙҙәренең хозур тайҙарын билдәләгән Мария һәм Степан Шмыгаль иңгә-иң терәшеп 70 йыл бергә йәшәй. Уларҙың татыу ғаиләһенә тик һоҡланырға ғына ҡала.
Ярты быуат бергә йәшәгән 16 парҙы бер юлы ҡотлау тантанаһы Никах һарайында булғаны ла юҡтыр әле. Илле йыл йәшәгән татыу ҙәм матур парҙарҙы Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев тәбрикләне һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ҡалабыҙҙың үҫешенә һәм йәшәйешенә үҙ өлөштәрен индергән 50 йыл иңгә-иң терәп йәшәгән ғаиләләр араһында Минлегөл һәм Әғләметдин Ғәзизовтар, Валентина һәм Николай Горюновтар, Гөлсирә һәм Йәүҙәт Дауытовтар, Галина һәм Валерий Елховтар, Файза һәм Булат Мусиндар, Разифа һәм Сыңғыҙ Усмановтар һәм башҡалар бар.
Сағыу тантананың иң тулҡынландырғыс мәле булып уларҙың бергә вальс әйләнгәне булһа, ҡунаҡтар Адель Аҡбулатова менән Арсен Артыҡаевтың “Күгәрсендәр” бейеүен (етәксеһе- Луиза Яхина) шатлыҡ һәм һағышҡа мансылған күҙ йәштәре аша ҡабул итте. Артабан да пар күгәрсендәй кеүек, бер-берегеҙгә терәк һәм кәрәк булып йәшәгеҙ әле! Алтын һәм хозур туйҙарығыҙ гөрләп үтһен!
Фото: Римма Мәхмүтова.