Йәмғиәт
10 Ноябрь 2022, 15:00

“Улым иҫән ҡайтыр тип ышанам”

Ул һуңғы йылда йөрөгән ҡыҙы менән ташлашыуына бик ҡайғырған, тик уның арҡаһында төҙәтмәҫ аҙымға бара алыр тип ышанмай.

“Улым иҫән ҡайтыр тип ышанам”“Улым иҫән ҡайтыр тип ышанам”
“Улым иҫән ҡайтыр тип ышанам”

Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 27 йәшлек Александр Илтимеров тураһында хәбәр 3 ноябрҙән бирле юҡ. Ир кис көнө өйөнән сығып киткән һәм ошоға тиклем уның ҡайҙалығы билдәле түгел. Уны яҡындары, ирекмәндәр һәм полиция эҙләй.

Уның әсәһе Светлана “КП-Өфө” баҫмаһы менән аралашҡан һәм улын эҙләү нисек барыуы тураһында һөйләгән.

– Ғәҙәттәгесә уға шылтыраттым, уңышлы кис теләнем. Шул саҡта уҡ уның тауышы күңелһеҙ, болоҡһоу кеүек икәненә иғтибар иткәйнем. Тик ул нимә булыуы тураһында һөйләмәне. Иртән уға СМС-хәбәр ебәрҙем, тик улым яуап бирмәне. Ә кис шылтыратҡанда телефоны һүндерелгән ине, – тип һөйләгән ҡатын.

Әсә кеше шунда уҡ борсола башлай, сөнки улы быға тиклем бер ҡасан да телефонын һүндермәгән һәм юғалмаған. 5 ноябрҙә эҙләүгә “Лиза Алерт” ирекмәндәре һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡушыла. Тик әлегә тиклем һөҙөмтә юҡ. Светлана Илтимерова белдереүенсә, улы һуңғы йылда йөрөгән ҡыҙы менән ташлашыуына бик ҡайғырған, тик уның арҡаһында төҙәтмәҫ аҙымға бара алыр тип ышанмай.

– Нәмә уйларға ла белмәйбеҙ инде. Кисә ирекмәндәр яҡындағы урманды ҡарап сыҡты, бер эҙе лә юҡ. Тере килеш ҡайтыр тип ышанам. Бәлки проблемалары барҙыр, тик барыһын да хәл итеп була бит, – тигән ҡатын.

Билдәләре: буйы 193 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле. Күк куртка, зәңгәр джинсы, ҡара кроссовки һәм ҡара башлыҡ кейгән.

Әгәр һеҙ Александр Илтимеровтың ҡайҙа булыуын белһәгеҙ, полицияға йәки ирекмәндәр телефоны буйынса хәбәр итегеҙ - 8(800)700-54-52.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас