

Билдәле булыуынса, әрме сафына көҙгө саҡырылыш башланды. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариаттан 11 егет хәрби хеҙмәткә юлланды.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев, Баймаҡ ҡалаһының, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, уларҙың туғандары һәм дуҫтары мөрәжәғәт итте. Улар йәштәргә лайыҡлы, намыҫ менән хеҙмәт итеүҙәрен һәм һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре яңы хеҙмәткә алынғандар өсөн йырҙар әҙерләгән.
"Һалдат һурпаһы"н ауыҙ итергә юлланған егеттәргә Ватан алдындағы бурыстарын лайыҡлы үтәп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә, егеттәр!
Фото: "Баймакский вестник"