Йәмғиәт
11 Ноябрь 2022, 14:15

Ҡар яуғанда ла сәскәләре балҡып ултыра

Йәнырыҫ хужабикәһенең ихатаһын әле лә гөл-сәскә биҙәй. 

Ҡар яуғанда ла сәскәләре балҡып ултыраҠар яуғанда ла сәскәләре балҡып ултыра
Ҡар яуғанда ла сәскәләре балҡып ултыра

Ишембай районының Йәнырыҫ ауылынан Зөһрә Ғәмбәрованың ихатаһы иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Әле көндәр һалҡынайтып, ҡар яуһа ла, сәскәләре бирешмәгән, һаман да сағыу төҫтәрҙә тирә-яҡты йәмләй.

- Баҡсамдағы шар формаһындағы һәм ҡыуаҡлы хризантемалар август аҙағы – сентябрь айҙарында сәскә ата башлай һәм ер ныҡлы туңғансы йәмен юғалтмай. Ҡышҡылыҡҡа тамырҙарын бәрәңге күмгәндәге кеүек ер менән ҡаплап ҡуям, һауытта үҫтергәндәрен сәскә атып бөткәс, ҡырҡып,  баҙға йәки ҡараңғы урынға урынлаштырам. Ләкин улар туңырлыҡ булырға тейеш түгел. Тамырҙары ҡоромаһын өсөн айына бер-ике тапҡыр һыу һибәм, - ти  сәскә үҫтереүсе.

Хризантеманы ергә ултыртыу буйынса  кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалайыҡ. "Яҙ көнө ер йылынғас, үҫентене ултыртһаң, улар тамыр йәйеп нығынып үҫеп китә. Быны көҙөн башҡарырға кәңәш итмәҫ инем, сөнки һалҡын ҡышта туңыуы мөмкин", - ти Йәнырыҫ уңғаны.

Фото: Зөһрә Ғәмбәрованың шәхси архивынан.

 

 

Ҡар яуғанда ла сәскәләре балҡып ултыра
Ҡар яуғанда ла сәскәләре балҡып ултыра
Ҡар яуғанда ла сәскәләре балҡып ултыра
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас