

Көн дә тотонған кәстрүлдәр май сәсрәп, көйөп китә. Ябай таҙартҡыстар менән генә йыуып таҙартып та булмай уларҙы. Магазиндарҙа төрлө гелдәр, порошоктар тәҡдим итәләр, әммә, хаҡтары ҡиммәт булыуы өҫтөнә, уларға ҡушылған химик матдәләр үтә зарарлы. Шуға ла һыналған ысул менән һауыт- һабаны ялтыратып алайыҡ.
Ҙур һауытҡа һыу тултырып утҡа ҡуябыҙ. Уға бер дана хужалыҡ һабынын ҡырғыс аша үткәреп, бер һауыт шыйыҡ ПВА келәйе, бер стакан кальцийланған сода өҫтәйбеҙ. Артабан ошо масса ҡайнап сыҡҡас, йыуырға әҙерләгән һауытты һаҡ ҡына сумдырабыҙ. Шуныһы, әгәр пластик йә ағастан һабы булһа, уны йә алып ҡуйығыҙ, йә һыуға теймәҫлек булһын. Тефлон япма менән ҡапланғандарға ла был ысул килешмәй.
Был массала һауыт-һабаны бер сәғәт тирәһе ҡайнатабыҙ, бысраныуына ҡарап, аҙыраҡ ваҡыт та була.
Һуңынан һыуына төшкәс, кран аҫтында губка менән йыуып төшөрәбеҙ. Был ысул менән таҙартҡандан һуң күп йылдар тотонған табалар, кәстрүлдәр бөгөн алғандай булып ҡалыр.
Фото pixabay.com