Йәмғиәт
11 Ноябрь 2022, 11:30

Бал ҡортондай егәрле замандашыбыҙ Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә...

Ул беҙҙе типһә, тимер өҙөрҙәй сағында, ҙур пландар ҡороп йәшәп ятҡанында ташлап китте...

Бал ҡортондай егәрле замандашыбыҙ Әмир Ишемғолов  иҫтәлегенә...Бал ҡортондай егәрле замандашыбыҙ Әмир Ишемғолов  иҫтәлегенә...
Бал ҡортондай егәрле замандашыбыҙ Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә...

Биология фәндәре докторы,профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре,Салауат Юлаев ордены кавалеры  Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов иҫтәлегенә  шәхес үҙе нигеҙ һалған Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгенә таҡтаташ ҡуйылды.

Беҙ уны бөтә булмышын, белемен умартасылыҡ тармағына арнаған булдыҡлы етәксе, егәрле ғалим булараҡ хөрмәт итәбеҙ. “Ул башҡорт тоҡомло бал ҡортон фәнни нигеҙҙә өйрәнеп, системаға һалған, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт ҡалдырған ғалим. Уның исеме Рәсәйҙән ситтә лә фән донъяһында яҡшы таныш. Әмир Миңләхмәт улы үҙен оҫта ойоштороусы, өлгөр менеджер булараҡ та таныта. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге Апимондия күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Уның етәкселегендә төрлө күргәҙмәләрҙә 800-ҙән ашыу миҙал яуланған”, тип хәбәр итә  Башҡортостан юлдаш телеканалы. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуын, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе кеүек яуаплы эштәрҙе иңенә алыуын да яҡшы беләбеҙ. Ул беҙҙе типһә, тимер өҙөрҙәй сағында, ҙур пландар ҡороп йәшәп ятҡанда ташлап китте. Үкенес...Бөгөн Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге Әмир Ишемғоловтың исемен йөрөтә, ә бинаның алдын башҡорт халҡы улы иҫтәлегенә мәрмәр таҡтаташ биҙәй.

Фото:ТВЦ

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас