

Тыуған еренә файҙа килтереп, йәнтөйәгенән көс алып йәшәгән замандаштарыбыҙҙың тағы ла береһе менән осрашыу насип булды Көйөргәҙелә. Ул – Зәк-Ишмәт ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, бөгөн уңышлы эшләп йөрөгән ир-уҙаман Әнүәр Усманов.
Ауыл хужалығында хеҙмәт итеү, иген үҫтереү, малсылыҡ менән шөғөлләнеү – атай-олатайҙарҙан күскән кәсеп. Ошо ҙур бурысты артабанғы быуындың да дауам итеүе – һоҡланғыс күренеш.
Заманында Әнүәр Хәким улының олатаһы колхоз рәйесе булған, атаһы ла ғүмер буйы совхозда ветеринар табип булып эшләгән. Бала саҡтан ер эшен күреп үҫкән Әнүәр Усманов мәктәптән һуң Наумовка ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәренә уҡып сыға һәм ситтә бәхет эҙләп йөрөмәй, тыуған ауылына ҡайта. Совхозда зоотехник булып байтаҡ тәжрибә туплағандан һуң, 2016 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Малсылыҡ, үҫемлекселек – бөгөн ике йүнәлештә лә эш тынмай. Һыйыр малы 1200 баштан ашыу, уларҙың 300-ө – һауын һыйырҙары. Тоҡомло мал үрсетеү – продукцияның етештереү күләмен күтәреүҙең бер сараһы, хужалыҡта әлеге көндә ит йүнәлешендәге герефорд тоҡомло һыйырҙар һаны 200 башҡа етә.
Ауыл эргәһендә яңы һалынған ҙур-ҙур мал ҡуралары ла иғтибарыбыҙҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Яңы быуын хужалыҡ үҫешенә яңы һулыш биреп, тармаҡты күтәрә икән, ауылдарҙа йәшәү ҙә һүнмәйәсәк.
Былтыр республика программаһы ярҙамында 300 башҡа иҫәпләнгән өр-яңы мал һимертеү майҙансығы төҙөлгән. Шулай уҡ былтыр “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһы буйынса 17 миллион һум аҡса алыуға өлгәшкәндәр, үҙҙәренән 13 миллион һум ҡушып, 150 баш тоҡомло мал, бынан тыш, мал аҙығы йыйыу комбайны, үҙйөрөшлө сапҡыс ҡайтарғандар.
Ауыл хужалығын бөгөн техникаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Уңыштың ҙур өлөшө уның сифатлы эшенә бәйле. Әнүәр Хәким улы техниканы яңыртыу буйынса ла эштең туҡталмауын белдерҙе. Быйыл яҙ ғына хужалыҡ өс МТЗ-82 тракторы, аҙыҡ таратыу ҡорамалы менән тулыланған.
Әлеге көндә баҫыуҙарҙа уңыш тулыһынса йыйылып, яландар тын ҡалған. Хужалыҡтың дүрт мең гектар сәсеүлеге булһа, ҙур майҙанды иген культуралары биләй. Быйыл уңыш гектарынан 34 центнерға еткән.
– Беҙҙә йәш кадрҙарға, механизаторҙарға, малсыларға ҡытлыҡ юҡ. Эш хаҡын яҡшы түләгәс, ауылда төпләнеү ят күренеш түгел, – тине хужалыҡ етәксеһе.
Миҫал эҙләп йыраҡ китергә түгел. Әнүәр Хәким улы ҡатыны Рита Рәшит ҡыҙы менән өс бала үҫтерә, ике улдары ауылда хеҙмәт итә, улар – атайҙарының уң ҡулы. Береһе – хужалыҡта ферма мөдире, икенсеһе – инженер.
Әйткәндәй, хәләл ефете лә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ул магазин тота.
Был тормошта уңышҡа өлгәшеүҙең сере эшһөйәр булыуҙа икәнлеген Зәк-Ишмәт ауылы йүнселдәре өлгөһөндә лә күрҙек.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА