Йәмғиәт
11 Ноябрь 2022, 06:00

Халыҡҡа йөрөргә түгел, үҙҙәре килә

Бындай уңайлы хеҙмәт Өфө ҡалаһы буйынса күрһәтелә

Халыҡҡа йөрөргә түгел, үҙҙәре киләХалыҡҡа йөрөргә түгел, үҙҙәре килә
Халыҡҡа йөрөргә түгел, үҙҙәре килә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Мои документы” күп функциялы үҙәк ғаризалар һәм документтарҙы барып ҡабул итеү (хеҙмәттәр күрһәтеү һәм әҙер эштәрҙе тапшырыу) сервисын башлай. Бындай уңайлы хеҙмәт Өфө ҡалаһы буйынса күрһәтелә.

– Хеҙмәттәр күрһәткәндә белгестәр урындарға ваҡытында барып етә, – тип һөйләй Башҡортостан “Мои документы” күп функциялы үҙәктең директоры Наталья Куприянова. – Шулай уҡ билдәләнгән регламент нигеҙендә документтарҙы ла тапшыра. Урындарға барыу хеҙмәт күрһәтеүҙең өс төрө буйынса тормошҡа ашырыла. Беренсенән, күсемһеҙ милеккә дәүләт кадастр теркәүе уҙғарыла. Икенсенән, юридик шәхестәрҙе, айырым кешеләрҙе шәхси эшҡыуар һәм крәҫтиән-фермер хужалығы итеп теркәү үткәрелә. Өсөнсөнән, техник паспорт, шулай уҡ капиталь төҙөлөш объекттарына, инженерлыҡ инфраструктураларына һәм тышҡы төҙөкләндереүгә техник план әҙерләгәндә документтар ҡабул итеү башҡарыла.

Белешмәләр өсөн бәйләнеш телефоны: +7-347-246-55-33, +7-927-33-33-10, рәсми сайттың адресы: mfcrb.ru.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас