

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – бөтөн ғүмерен Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһын үҫтереүгә арнаған тележурналист, хәҙер инде һөнәренең серҙәрен башҡаларға өйрәтеүсе Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ҒИЛМАНОВА (ТОҘБӘКОВА). Ул ғүмер буйы журналистиканы уҡытыу эше менән бәйләп алып бара. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ, нигеҙҙә, уның тыуған яғы Ғафури районына бәйле булды.
– Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы, Ғафури районының Имәндәш ауылындағы мәктәптә музей асҡанда яҡташтарығыҙ тыуған яғығыҙҙы яратыуығыҙҙы, ҡурсалауығыҙҙы ҡат-ҡат билдәләне...
– Ата-бабаларыбыҙ бөгөнгө “Красноусол” шифаханаһы урынлашҡан ерҙә тоҙ ҡайнатыу менән шөғөлләнгән. Башҡорттарҙың 1734 йылғы ихтилалынан һуң улар үҙ еренән ҡыуыла, тоҙ ҡаласығы тар-мар ителә, һуңынан уны күсеп килгән карателдәр үҙләштерә. Ә олатайҙарыбыҙ оҙаҡ ҡына ҡыуылып йөрөгәндән һуң, 1750 йылда әлеге Имәндәш биләмәһенә ҡараған ерҙәрҙе һатып ала. Килешеүҙә беҙҙең бишенсе быуын олатай Мортаза Рахманҡоловтың да тамғаһы бар.
Мин Имәндәштә башланғыс класта ғына уҡып өлгөрҙөм. Ул саҡта мәктәп ярайһы ғына һәйбәт хәлдә ине, эргәһендә төрлө хужалыҡ ихтыяжына ярашлы ике-өс бәләкәс кенә ҡоролма ла ҡалҡҡайны. Ә бына “п” хәрефенә оҡшатып һалынған ҙур бина – 1891 йылда Яхъя олатайыбыҙҙың төҙөгән йорто. Яхъя Тоҙбәков (фамилияһы, әлбиттә, тоҙ хужаларына ишара), 1902 йылдың 18 авгусында батшаның 4674-се фарманы менән тәғәйенләнгән имам-хатип һәм мөғәллим дәрәжәһендә була. 1900 йылда ул, мәҙрәсәһендә мәктәп асып, тирә-яҡ ауыл балаларын уҡыта башлай. Бөгөнгө Имәндәш мәктәбенең тарихы шунан башлана. 1921 йылда олатайымдан эстафетаны улы Ғәфиәтулла Түзбәков ала. Уҡыу йортона совет мәктәбе статусы бирелгәс, уны махсус курс тамамлаған Яхъя мөғәллимдең өс туған ҡустыһы Абдулхаҡ Мәжитов, академик Нияз ағайҙың атаһы, алмаштыра. 100 йыл эсендә Түзбәковтарҙан бер нисә быуын уҡытыусы мәктәпкә етәкселек итә. 1990 йылдарҙа, илебеҙ, бигерәк тә ауылдар мөшкөллөккә төшкән мәлдә, минең Имәндәшем дә “перспективаһыҙҙар” иҫәбендә булды. Мәктәбебеҙҙең хәле бөтөнләй хөрт ине.
1990 йылда мәктәп өсөн ер майҙаны бүлделәр, 1996 йылда ағастан булһа ла мәктәп төҙөргә тип нигеҙ һалып ҡаранылар. 2000 йыл ауылға мәғариф министры Ғәлиә Мөхәмәтйәнованы алып ҡайтҡайным. Мәктәп төҙөлә торған урында кәзәләр көн күрә ине. Имәндәштә Еҙем аръяғындағы бер нисә ауылдан балалар йөрөп уҡыны. Тик яҙын-көҙөн һыу ташһа, улар йылға аша сыға алмай яфаланды. Хатта балаларҙың һыуға батҡан осраҡтары ла булды. Үҙәккә сыға торған күрше ауылға ла юл юҡ ине. Баҫыу аша ғына ҡышын – сана, йәйен – арба юлы. Ул яҡтан да беҙгә тиҫтәләгән бала йөрөп уҡыны. Транспорт тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Ҡайһы саҡта депутатлыҡҡа үтмәһәң дә, һинең һүҙең үтә. Һөҙөмтәлә Ғафури районының Имәндәш ауылында 2001 йылдың 4 октяб-рендә 164 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп асылды, Еҙем һәм Имәндәш йылғалары аша күперҙәр һалынды, ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан Ҡарағай ауылынан дүрт саҡрымлыҡ юл күтәрелде, генераль пландан 14 йыл алданыраҡ ауылыма газ килде. Был үҙгәрештәргә индергән өлөшөмдө баһалап, ауылдаштарым почетлы граждан исемен бирҙе. Быйыл октябрҙә музей асҡанда, ошо ваҡиғаларҙы ауылдаштарымдың онотмағанына инандым.
– Тыуған ауылығыҙ балаларына үҙегеҙҙең шәхсән премияғыҙҙы тапшыраһығыҙ. Кемдәр ул һеҙҙең стипендиаттар?
– Стипендиямды башлап 2006-2007 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Шәжәрә байрамында тапшырғайным. Йыл да өс баланы бүләкләйем. Дөрөҫөн әйтәм, еңеүселәрҙе педсовет һайлай. Мин иһә уларҙың һүҙен хөрмәт итәм, сөнки стипендиаттар араһында бер тапҡыр ҙа осраҡлылар булманы. Уларҙың күпселеге юғары, урта-махсус белем биреү уҡыу йорттарында белем ала, өлкәндәре вуздарҙы тамамлап йә урта профессиональ белем алып, уңышлы эшләп йөрөй.
– Тыуған яҡҡа, тыуған ергә булған мөнәсәбәтегеҙ ижадығыҙҙа ла сағыла. Үткән быуатта һеҙ нигеҙ һалған тапшырыуҙар бөгөн дә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында популяр. Ошо тема “Йома”, “Башҡорттар”, “Йырым – һиңә бүләгем”, “Сәләм”, “Автограф”, “Замандаш”, “Башҡорт йыры”нда нисегерәк яңғырай?
– Тыуған яҡ, тыуған ер – ул бит Имәндәш ауылы ғына түгел. “Йома”, “Әл Фатиха”, “Дорога к храму” тигән дини тапшырыуҙарҙы асырға янып йөрөгәндә Башҡортостаныбыҙҙағы татыулыҡты һаҡлап алып ҡалыу, республикабыҙҙа ғүмер иткән төрлө дин кешеләрен үҙ асылына ҡайтарыу тураһында уйланым. Ил тарҡалып, ҡиммәттәр үҙгәреп, йәмғиәттә аҙғынлыҡ хөкөм һөрә башлағанда – ошо тапшырыуҙар халыҡҡа ярҙам итмәне түгел. “Башҡорттар” проектын “Алыҫ араларҙы яҡынайтып” тигән исем менән башлағайным. Үҙ теләге менәнме, сараһыҙлыҡтанмы, илебеҙҙең төрлө ҡитғаларына таралған, донъя буйлап сәселгән халҡымды берләштерәйем, тинем. “Сәләм” тапшырыуын асыу халҡыбыҙҙы ысын мәғәнәлә “уятты”. Тарихта беренсе тапҡыр иртәнге 7-лә милләттәштәребеҙ туған телендә сәләм ишетте! Әйткәндәй, тапшырыуға исемде лә үҙем ҡуштым. Бөгөн “Сәләм” һүҙен һәр милләт кешеһе аңлай, таный. Был атаманы тиҫтәләгән ойошма үҙләштерҙе.
Сирек быуат элек, “Башҡорт йыры” тигән проект асҡанда, үҙебеҙҙең йәш ижадсыларҙы дәртләндермәксе инем. Әйҙә, башҡорт шағирҙары һәм композиторҙары күберәк йыр яҙһын! Яңы әҫәрҙәр менән йәш башҡарыусыларыбыҙҙы ҡыуандырһындар! Таныйым, килеп сыҡманы... “Музыканың милләте юҡ” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Шиғыры башҡорттоҡо булһа, музыкаһын татар композиторы яҙған булып сыға ине. Ике авторы ла башҡорт булһа – татар егете йә ҡыҙы йырлай. Ике йылда әллә нисә милли конфликтҡа эләгеп, “Башҡорт йыры”н япҡайным, йәштәр уны башта – “Гәлсәр”, һуңынан “Гәлсәр һандуғас” тип атап, дауам итте. Милли проект ябай концертҡа әйләнде, патриотик концепциямдан бер нәмә лә ҡалманы. Бөгөн “Башҡорт йыры”ның ни өсөндөр ун йыллығын билдәләнеләр... Утыҙ йыл элек “Автограф”, “Замандаш” телепортреттар теҙмәһенә мин ҡуйған маҡсат Башҡортостаныбыҙҙың яңы тарихын яҙған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү ине. Хәйер, бөгөн дә ул концепция һаҡланып килә. Тик геройҙарын ғына, беҙҙең һымаҡ, ентекләп тикшереп, эшләгән коллективы йә етәкселәре менән кәңәшләшеп һайламайҙар. Тура эфирға “Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә” лә ҡунаҡ саҡырғанда тамашасыларҙы ярһытмаҫлыҡ, халыҡтың йәнен көйҙөрмәҫлек итеп, һәр яҡлап лайыҡлыһын һайларға тырыша инем.
Шулай итеп, минең ҡулым тейгән, зиһенем менән һуғарылған телевизион әҫәрҙәр – тыуған еремде, ғәзиз халҡымды, бәләкәй һәм оло Ватанымды һаҡлайым, үҫергә ярҙам итәйем, тип атҡарған ижади хеҙмәт.
– Һеҙ – педагог та, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүсе лә... Өҫтәүенә, дүрт ейәнсәрҙең яратҡан өләсәйе лә. Быларҙың барыһы ла белем, ваҡыт, көс талап итә.
– Мостай Кәрим менән үткән тормош һәм ижад юлын һүҙ ыңғайында ғына һөйләү дөрөҫ булмаҫ. Бөйөк замандашымдың ижадын һәм рухи мираҫын ярты быуат буйы мәңгеләштерәм. Был бәхет һандығымдың байтаҡ өлөшөн тәшкил итә. Дүрт ейәнсәргә яратҡан өләсәй була алыуым да – шул һандыҡтың мул ғына өлөшө.
– Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында эш башлауығыҙға ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үткән...
– Эйе, радиоэфирға тәүге тапҡыр 1974 йылда сыҡҡайным. Һуңғы 17 йылда телерадиосәнғәт студияһын етәкләйем, төрлө телерадиоканалдарға кадрҙар әҙерләйем, махсус белемһеҙҙәрҙе, йәштәрҙе уҡытам. Күптән эшләгәндәрҙең һөнәри квалификацияһын камиллаштырыу менән шөғөлләнәм. Үҙем махсус юғары белемде “Телерадиожурналистика” буйынса алдым, беренсе дипломым буйынса – педагог. Шулай ҙа йәшерәк саҡта мин оҫталығы, стажы, дәрәжәһе менән ныҡ юғары коллегаларҙан ҡурҡа торғайным. Бөгөн иһә йәштәр башҡа. Артыҡ ҡыйыу, уларға мәғлүмәт сығанаҡтары сикһеҙ, күп беләләр. Ипләп кенә юл күрһәтеп, ваҡытында кәңәш биреп тороу кәрәк. Мине ошо миссия һөҙөмтәһендә тоталар ҙа инде “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында. Өҫтәүенә, эфирға даими мониторинг алып барам.
– Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, халыҡ-ара медиаиндустрия өлкәһендә танылған журналист Шәүрә Ғилманованың әлегә тормошҡа ашмаған хыялдары ҡалдымы икән?
– Күрә алмаҫмын тигән өс хыялым тормошҡа ашты быйыл. Ауылыбыҙҙа мәсет астыҡ. Имәндәшкә асфальт юл барып етте. Мин 15 йыл элек нигеҙ һалған, ауылдаштарым менән үҫтергән парк-аллеяны хакимиәт танып рәсмиләштерҙе. Хыялда ғына ҡаласаҡ хыял да бар. Артист була алмаһам да, сәхнәлә берәй роль уйнармын, тип ғүмер буйы хыялландым. Ярҙам итеүсе булманы. Ә Хаж ҡылыу тигән изге хыялды тормошҡа ашмаҫлыҡ тип һанамайым әлегә. Иншалла.
– Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы! Барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
- Айһылыу НИЗАМОВА