

Ғафури районының Бурлы ауылында бына өс йылдан ашыу БР Ауыл хужалығы министрлығы тәҡдиме буйынса урындағы кооператив менән берлектә асылған “Дилар” ауыл хужалығы предприятиеһы эшләп килә.
Лариса һәм Петр Пивцовтар элекке һөтсөлөк фермаһы урынлашҡан биналарҙың береһендә йорт хайуандары – эт һәм бесәй өсөн универсаль әҙер аҙыҡ ҡатнашмаһы етештереү линияһын асыуға өлгәшәләр. Улар Смоленскиҙан Башҡортостанға күсеп үҙ эштәрен Бурлы ауылында дауам итергә булалар. Импорт продукцияһын үҙебеҙҙә етештереү отошло икәнен аңлай эшҡыуарҙар.
– Беҙҙең шәхси зооветклиникабыҙ һәм аҙыҡ етештереү цехыбыҙ булды, – тип һөйләй Петр Пивцов, – Аҙыҡ рационын шәхсән әҙерләп патент алдыҡ. Етештереүҙе киңәйтергә уйлағайныҡ, сеймал етешмәү сәбәпле цехты яптыҡ һәм ауыл хужалығы алға киткән тыуған яғыма – Башҡортостанға ҡайтырға һәм үҙ эшебеҙҙе дауам итергә булдыҡ, – ти ул.
Мәскәүҙә уҙған “Алтын көҙ” ауыл хужалығы йәрминкәһендә Башҡортостан ауыл хужалығы министрына мөрәжәғәт итәләр, һәм ул Пивцовтарҙы республикаға үҙ эштәрен дауам итергә саҡыра. Шулай итеп, Бурлыла ауыл хужалығы кооперативы асып, табыш килтереү буйынса бизнес проектын яҡлап, грант алыуға өлгәшәләр, аҙыҡ етештереү линияһына ҡорамалдар һәм әҙер продукция өсөн ҡаптар һатып алына.
“Дилар” предприятиеһында етештерелгән эттәр өсөн аҙыҡҡа мал һуйыу цехындағы ҡалдыҡтар файҙаланыла. Аҙыҡтың төп ҡатнашмаһы 70 процент ит һәм субпродукттарҙан тора. Ҡалған составҡа үҫемлек майы, ярма, көрпә, ҡатыҡ, йәшелсә-емеш, шытҡан бойҙай, үлән ҡатнашмаһы, һөйәк оно инә, сөнки былар өй хайуандары өсөн бик мөһим. Аҙыҡ тәбиғи ҡатнашмаларҙан тора, ҡоро түгел, сей фарш рәүешендә ҡаптарға тултырыла һәм туңдырыуға оҙатыла, – ти предприятиеның технологы Лариса Пивцова.
Бөгөнгө көндә бында айына өс тонна аҙыҡ етештерелә. Алдан килешеү буйынса улар Өфөгә оҙатыла. Киләсәктә предприятиела етештереү күләмен киңәйтеү һәм арттырыу, күберәк эш урындары булдырыу, балыҡ өсөн ашамлыҡ етештереү планлаштырыла.
- Г. СӘХИЕВА

