

Дәүләкән ҡалаһының балалар китапханаһында ошо районда тыуып үҫеп, бар ғүмерен тыуған төйәгенә хеҙмәт итеүгә арнаған ижади шәхес Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙы Саматованың юбилей кисәһе үтте.
Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙы райондың Мәкәш ауылында тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар ауыл советында секретарь, эштәр идарасыһы вазифаларын башҡара, ауылдағы бихисап башланғыстарҙы ойоштороусы булараҡ таныла. Ул ойошторған кисәләрҙе, туй тантаналарын Мәкәш халҡы бөгөн дә һоҡланып, һағынып иҫкә ала. Заманында уның никах теркәү сараһы сценарийҙары тотош республикаға өлгө итеп таратыла.
Гөлшат апайҙы талантлы шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның әсәһе булараҡ та беләбеҙ. “Шәхес булараҡ үҫешемдә, әҙәбиәткә, шиғриәт донъяһына һөйөү тәрбиәләүҙә иң ҙур роль уйнаған кеше – әсәйем. Бөгөн ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкәнмен икән, уларҙың яртыһы, бәлки, унан да күберәге – әсәйемдең өлөшө ул”, – тине Лариса, ҡәҙерле кешеһенә рәхмәт хисен белдереп.
Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙы үҙе лә хисле шиғырҙар, матур йөкмәткеле хикәйәләр ижад итә, бихисап баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итеп, тыуған төйәгенең һоҡланғыс кешеләре тураһында мәҡәләләр яҙа. Гөлшат Саматова – урындағы “Дим” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы ла. Ошо берекмә менән берлектә һәм айырым да китаптары донъя күргән.
Ихлас аралашыуға ҡоролған сарала яҙыусылар – “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, шағирәләр – “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, “Ағиҙел” журналының бүлек мөдире Гөлнара Хәлфетдинова, журналистар Гөлназ Шәйхетдинова, “Дим” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзалары, Гөлшат апайҙың ауылдаштары, Мәкәш мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Дәүләкән ҡалаһындағы 3-сө башҡорт гимназияһында белем алыусылар ҡатнашты.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамованың сараға килеп, абруйлы шәхестең шиғырҙарын уҡыуы кисәгә йәм һәм биҙәк кенә булды. Бер тында үткән йырлы-моңло кисәне Дәүләкән район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге (етәксеһе – Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов), “Дим” әҙәби берекмәһе, Әхиәр Хәкимов исемендәге музей коллективы, Дәүләкән ҡалаһының балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәште. Дәүләкән район мәҙәниәт йорто методисы Эльмира Аҙнашева осрашыуҙы йылы мөхиттә, ихлас аралашыуға ҡороп алып барҙы.
Сығыш яһаған һәр кем Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙының иҫ киткес матур сифаттарға эйә булыуын билдәләне. Яҡындары – уның изге күңелле әсә, туған йәнле кеше, уңған хужабикә булыуы, ауылдаштары ярҙамсыллығы, киң күңеллелеге хаҡында һөйләне. Ижадташ дуҫтары хис-моңдан туҡылған шиғриәтенә, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйләү оҫталығына һоҡланыу белдерҙе.
Тормош һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән, һәр саҡ күңел бөтөнлөгөнә, үҫешкә ынтылып йәшәгән, башҡаларҙы ла шуға әйҙәгән көслө лә, хисле лә замандаштарыбыҙҙың береһе ул – Гөлшат апай Саматова. “Мине, ябай ауыл ҡатынын, шул тиклем ҙурлап, күңелемде йылытыр ҡуҙ өҫтәнегеҙ, көс-дәрт бирҙегеҙ!” – тине юбиляр, кисәне йомғаҡлап.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА