

Ололарҙың “күҙ сыраҡтарынан яҙҙырмаһын” тигән теләктәрен һәр кемдең ишеткәне барҙыр. Ысынлап та, әле генә балҡып торған донъяның ҡапыл тоноҡ төҫтәрҙә йә иһә бөтөнләй ҡараңғылыҡҡа сумыуына бер кем дә әҙер түгел. Ә ысынбарлыҡта шулай булыуы ла ихтимал: һәр кем үҙ сәләмәтлегенә битараф булһа, күҙҙәренә иғтибар бирмәһә... Күҙҙәрҙең дә һаҡлауға мохтажлығын күп осраҡта онотоп ҡуябыҙ шул.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы офтальмологы, поликлиниканың хужалыҡ иҫәбе бүлеге мөдире Алһыу Ғайсинаны төбәктә иң тәжрибәле күҙ табиптарының береһе булараҡ яҡшы беләләр. Әбйәлил районының Гусев ауылында донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Бигерәк тә уларҙың аҡ халат кейеп йөрөүе оҡшай уға. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Алһыу Абрар ҡыҙы Сибай гимназия-интернатына уҡырға килә. Бәхетенә күрә, биология менән анатомияны яратҡан ҡыҙ химия-биология йүнәлешендәге класҡа эләгә. Артабан бала саҡ хыялы һәм аҡ халатлыларға һоҡланыуы уны Башҡортостан дәүләт медицина университетына алып килә.
– Медицина өлкәһенә килеүемә, табип булыуыма бер ваҡытта ла үкенгәнем юҡ. Киреһенсә, ваҡытында дөрөҫ һөнәр алыуыма ҡыуанам ғына. Яратҡан һөнәр – ярты бәхет, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Эшкә шул тиклем ашҡынып киләм, пациенттарҙы ҙур теләк менән ҡабул итәм. Әйткәндәй, педиатрия буйынса уҡыһам да, һуңғы курстарҙа офтальмология менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым һәм интернатураны Өфө күҙ ауырыуҙары институтында үттем. Кешеләргә яҡтылыҡ өләшә алыуым менән бик бәхетлемен, – ти әңгәмәсем.
Алһыу Ғайсина хеҙмәт юлын Әбйәлил районы Асҡар район үҙәк дауаханаһында башлай, 2011 йылдан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында эшләй. Ҡала поликлиникаһында сирлеләрҙе ҡабул итә, дауахананың офтальмология бүлегендә операциялар яһай, хужалыҡ иҫәбе бүлегендә етәкселек итергә лә өлгөрә. Заман менән йәнәш атлаған ханым бар урында эшенең һөҙөмтәләрен күреп һөйөнә, сирлеләренең йүнәлеүенә шатлана. Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына ҡалала йәшәгәндәр генә түгел, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары халҡы ла йыш мөрәжәғәт итә. Көнөнә илленән ашыу сирлене ҡабул итергә лә, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы операциялар яһарға ла тура килгән мәлдәр була. Күберәк төбәккә хас ауырыуҙарҙың береһе – катарактаға зарланып киләләр.
Алһыу Абрар ҡыҙы әйтеүенсә, катаракта – күҙ яҫмығының (хрусталик) тоноҡланыуы, халыҡ әйткәнсә, күҙгә аҡ төшөү ул. Яҡтылыҡ нурҙары тотҡарлыҡһыҙ үтһен өсөн күҙ яҫмығы үтә күренмәле булырға тейеш. Ул тоноҡланһа, күреү һәләте кәмей. Уның үҙгәреүе әкрен бара, тәүҙә күҙ бәбәге һорғолтлана, унан кеше күрмәй башлай. Катарактанан операция ярҙамында ғына ҡотолоп була. Был ауырыу, ғәҙәттә, 60 йәштән өлкәндәрҙе яфалай.
– Әммә һуңғы ваҡытта күҙе сирлеләрҙең һаны йәшәрә. Бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр араһында миопия диагнозлы пациенттар, “ҡоро күҙ” синдромлылар һаны арта. Был уларҙың телефон, гаджет, компьютерға көндәр буйы текләп ултырыуынан килә, шуға күрә кем компьютерҙа эшләй, күҙҙәрегеҙгә даими рәүештә дымландырыусы дарыу тамыҙырға кәңәш итер инем. Иң мөһиме – ярты йылға бер тапҡыр булһа ла күҙ табибына күренеп тороғоҙ, – ти ул.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Алһыу Абрар ҡыҙы бихисап операция яһай, күптәргә күреү һәләтен ҡайтара. Һуңғы ваҡытта ауырыуҙар араһында глаукома сире лә ныҡ тарала. Әгәр ҙә күҙҙә ҡан баҫымы юғары булһа, глаукома сире барлыҡҡа килә. Тәүге осорҙа күҙ тамсылары, дарыуҙар ҡулланыла. Әгәр ҙә пациенттың хәле яҡшырмаһа, тома һуҡыр булмаҫ элек, нервы күҙәнәктәре тере саҡта ашығыс операция яһала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: элекке кеүек пациенттарға Өфөгә барырға, айҙар буйы сиратта торорға кәрәкмәй, барыһы ла Алһыу Абрар ҡыҙы кеүек оҫталарҙың тилбер ҡулдары ярҙамында Сибай дауаханаһында яһала.
Буш ваҡыттарында Алһыу Ғайсина улы Данияр менән тәбиғәткә сығырға, төрлө илдәр гиҙергә, сит ҡалаларҙы күрергә тырыша. Былтыр йәй Мысырҙа булып, Ҡыҙыл диңгеҙҙә рәхәтләнеп ял иткәндәр, быйыл иһә Ҡазан һәм Мәскәү ҡалаларына барғандар. Ауылда йәшәгән ата-әсәһе янына ла йыш ҡайта улар: күмәкләшеп еләк-бәшмәк йыялар, рәхәтләнеп балыҡ тоталар йә Яҡтыкүлдә ял итәләр. Студент йылдарынан “тимер ат”ты йүгәнләгән ханым күпселек осраҡта үҙ автомобилендә лә төрлө төбәккә сәйәхәткә сыға.
– Улымды бар яҡлап үҫтерергә тырышам, ул ҙур теләк менән сит телдәрҙе өйрәнә. Мин үҙем дә сит телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирәм, сөнки бөгөн табиптар ҙа, башҡа һөнәр эйәләре лә заман менән бергә атларға тейеш. Медицина өлкәһендә лә тап шулай. Әгәр ҙә һин даими рәүештә үҙеңде үҫтермәйһең, яңы технологиялар һәм алдынғы алымдар менән таныш түгелһең икән, белгес булараҡ, бер урында туҡталып ҡаласаҡһың. Һәр саҡ үҫештә, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып, хәрәкәтсән булһаң ғына, уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Был һинең эшеңә, һөнәреңә, шәхси тормошоңа ла ҡағыла, – ти Алһыу Абрар ҡыҙы.
Алһыу Ғайсинаның йәнә бер матур сифатын да билдәләргә кәрәк. Ул сирлеләргә ярҙам итеп кенә ҡалмай, артабан да пациенттары менән даими бәйләнештә ҡала, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирергә лә, артабан дауалау курсын тәҡдим итергә лә ваҡыт таба. Изгелекле, мәрхәмәтле күҙ табибынан һәр кем ҡәнәғәт. Ғәмәлдә тап уға ғына эләгергә тырышыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ.
“Һәр саҡ күҙҙәрегеҙҙә бәхет нуры балҡыһын, ололар әйтмешләй, “күҙ сыраҡтарынан яҙмағыҙ!” тип матур теләктәр менән оҙатты беҙҙе лә күҙ табибы.
- Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы