Йәмғиәт
11 Ноябрь 2022, 10:00

Көйөргәҙеләр һалдаттарын хәстәрләй

Был әйберҙәргә күңел йылыһы һалынған.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Мобилизацияланған һалдаттарына рухи яҡтан да, матди яҡтан да терәк булырға тырыша Көйөргәҙе халҡы. Был тарафҡа эш сәфәренә сыҡҡанда, район үҙәге Ермолаево ауылында урынлашҡан райондың “Ғаилә” хеҙмәтенә инеп, быға үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Ошо уҡ бинала Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ла урынлашҡан.

Һалдаттарға кәрәкле әйбер­ҙәр­ҙең төрлөһөн килтергәндәр. Эш­ҡыуарҙар, айырым кешеләрҙең береһе лә ситтә ҡалмаған. Термо­кейемдәр, газ горелкаһы, фонар­ҙар, йоҡо тоҡтары, сапер көрәктәре һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ, хатта бал, кәнфит кеүек тәмлекәстәр, ит консервалары ла ҡаплап-ҡаплап ултыра. Шулай ҙа күңелде айырыуса ныҡ иреткәне мәктәп уҡыу­сы­ларының һалдаттарға яҙған хаттары ине. Конверттарының тышына “Рәхмәт, һалдат!”, “Беҙ һеҙҙе көтә­беҙ”, “Үҙеңде һаҡла!”, “Батыр­лығың өсөн рәхмәт” тигән яҙыуҙар менән сағыу һүрәттәр төшөрөлгән уларға.

– Ике партия әйберҙәр йыйып, Һарытау ҡалаһында күнекмә үткән егеттәргә оҙаттыҡ, бер партия Пенза ҡалаһына юлланды. Барлығы бер миллиондан ашыу һумлыҡ ярҙам йыйылды. Шул уҡ ваҡытта мобилизацияланған граждан­дарҙың ғаиләләрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Уларға психологик, юридик ярҙам күрһәтелә, – тип һөйләне “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Наталья Ивановна Савенкова.

Беҙ барғанда Аҡһары ауылынан килгән Раузиә менән Юлай Хәмитовтар ғаиләһен тап иттек.

– Аҡһары ауылы ҙур түгел. Мо­би­лизацияланған егеттәргә кәрәк-яраҡ алыр өсөн халыҡ дәррәү аҡса йыйҙы, әле лә был изге эш дауам итә. Ебәргән әйберҙәр һалдат­та­ры­быҙға файҙаға булһын, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайт­һындар, – тигән теләктәрен бел­дер­ҙе эшҡыуар Раузиә Шәүрәт ҡыҙы.

Илгә ауыр мәл килгәндә һынала кеше. Тап ошо саҡта халыҡтың бер­ҙәмлеге, көсө күренә. “Ил тө­көрһә, күл була” тигәндәй, көйөргә­ҙеләр ҙә дәүләтебеҙҙең именлеге хаҡына үҙ өлөшөн индерә.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас