Йәмғиәт
11 Ноябрь 2022, 16:10

Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана

Уны Башҡортостандың студент төҙөлөш отрядтары ветерандары Луганск Халыҡ Республикаһында хеҙмәт вахтаһы алып барған республика табиптары ихтыяждары өсөн һатып алған. 

Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юлланаЛуганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана
Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана

15 ноябрҙә Донбассҡа ҡуҙғала торған гуманитар колоннала УАЗ автомобиле лә бар. Уны Башҡортостандың студент төҙөлөш отрядтары ветерандары әле Луганск Халыҡ Республикаһында хеҙмәт вахтаһы алып барған республика табиптары ихтыяждары өсөн һатып алған. Транспорт сараһы бөгөн тәғәйен урынына – гуманитар йөктө йыйыу буйынса логистик үҙәккә еткерелде.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында УАЗ автомобилен һатып алыу идеяһы 29 октябрҙә үткән Башҡортостандың студент төҙөлөш отрядтары ветерандары слетында барлыҡҡа килгәнен һөйләгән. Ул  шулай уҡ УАЗ һатып алғандан ҡалған аҡсаға кәрәкле дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары алыныуы хаҡында хәбәр иткән. Улар машинаға һалып оҙатыласаҡ.

Медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Вил Тимербулатов “Башинформ”ға: "Беҙҙең төҙөлөш отрядтары ветерандарының башланғысы бик мөһим. Донбасста йәрәхәтләнеүселәрҙе һәм ауырыуҙарҙы эвакуациялар, дауаханаға ташыр өсөн бындай автомобилдәргә ихтыяж бар. Шуға ла рәхмәтлебеҙ. Өҫтәүенә, машинаға дарыуҙар, яраны бәйләү материалдары, носилкалар, яралыларҙы эвакуациялау өсөн транспорт шиналары ла тейәлгән”, – тип бәйән иткән.

Вил Тимербулатов октябрҙә ЛНР-ҙың Красный Луч ҡалаһында урынлашҡан дауаханаһында эшләп, унда бер нисә ҡатмарлы операция яһағайны. Башҡортостан табиптары ҡуйылған бурысты үтәй, үҙ эштәрен намыҫлы башҡара, тип билдәләне ул.

Мәғлүмәт сығанағы, фото: “Башинформ” агентлығы.

Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана
Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана
Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана
Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана
Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана
Луганскиға дарыуҙар һәм ҡорамалдар тейәлгән УАЗ юллана
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас