Йәмғиәт
11 Ноябрь 2022, 10:15

Ни өсөн зарядканы ҡалдырыу хәүефле?

Селтәрҙә көсөргәнеш артҡанда ( йыш ҡына күҙәтелә), техник сәбәптәр , электр утын һүндереү осраҡтарында пластмасса гаджеттың ҡапыл гөлт итеп янып китеүе  ихтимал...

Ни өсөн зарядканы ҡалдырыу хәүефле?Ни өсөн зарядканы ҡалдырыу хәүефле?
Ни өсөн зарядканы ҡалдырыу хәүефле?

Бөгөн планшет, телефон, ноутбук һәм башҡа гаджеттарҙан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын.  Был приборҙар аккумуляторҙарҙы зарядлауҙы талап ителә. Шуға күрә һәр кем тиерлек үҙе менән зарядлау ҡорамалын йөрөтә. Беҙ йыш ҡына  уны розеткала ҡалдырабыҙ ҙа ... онотабыҙ. Был хәүефле түгелме икән?

Белгестәрҙең әйтеүенсә, зарядка телефонға ҡуйылмаһа ла, ул электр энергияһын файҙаланыуҙы дауам итә. Эйе, ҡулланыу  күләме әллә ни һиҙелерлек  түгел, әммә ул бар. Тағы шуныһы – розеткала ҡалдырылған зарядканың тәьҫирлеге яйлап кәмей. Ә төп хәүеф –  селтәрҙә көсөргәнеш кинәт күтәрелгәндә  зарядлау ҡорамалындағы конденсаторҙың был хәлде күтәрә алмайынса шартлау ихтималлығы.Янғын күҙәтеүе   буйынса дәүләт инспекторҙарының кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Беренсенән,  фирма магазиндарынан бары сифатлы зарядлау ҡорамалдары алығыҙ.Махсуслаштырылмаған сауҙа нөктәләренән, интернет-магазиндарҙан  алыу хәүефле.

 Икенсенән, зарядларға ҡуйылған гаджеттарығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Сығып китергә тура килһә, уны розетканан алығыҙ. Пластиктың иреүе, ҡыҫҡа  тоташыу арҡаһында ут сығыуы ихтимал. Көсөргәнештең тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында төнгөлөккә гаджеттарығыҙҙы зарядкаға  ҡуймағыҙ.Был осраҡта ҡорамал да,  унан “туҡланған” гаджет үҙе лә эштән сығыуы мөмкин. Оҙаҡ зарядлауға ҡуйылыу һөҙөмтәһендә батарейканың хеҙмәт срогы түбәнәйәсәк.

  Әйтелгәндәрҙән шундай һығымта яһарға була: телефонды кеше  булған саҡта зарядлауға ҡуйырға кәрәк. Ялҡаулыҡты еңеп йәки хәтер тарҡаулығынан арынып, зарядлау ҡорамалын розетканан мотлаҡ алығыҙ. Селтәрҙә көсөргәнеш артҡанда ( йыш ҡына күҙәтелә), техник сәбәптәр , электр утын һүндереүҙәр булғанда пластмасса гаджеттың ҡапыл гөлт итеп янып китеүе  ихтимал. Һаҡ булығыҙ!

 

Фото:  Москва 24

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас