

Башҡортостан Башлығы һәм республикабыҙҙың Хөкүмәте хәстәрлеге нигеҙендә, айырыуса һуңғы йылдарҙа, Өфө ҡалаһы күҙгә күренеп күркәмләнде һәм төҙөкләндерелде, шулай уҡ йәмәғәт урындары ла танымаҫлыҡ итеп ыңғай яҡҡа үҙгәртелде. Был тәңгәлдә эштәр әле лә эҙмә-эҙлекле дауам итә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ленин районына ҡараған “Тулҡын” паркы хәҙер бөтөнләй бүтәнсә төҫ алды. Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙың Затон биҫтәһендә урынлашҡан ошо парк “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектының “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә, 2018 йылда төҙөкләндерелә башланы.
Өфө ҡалаһы Ленин районының йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Гөлназ Гәрәева әйтеүенсә, республикабыҙ етәкселеге халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыу тәңгәлендә барыһын да эшләй.
– “Тулҡын” паркы Әхмәтов, Ирәндек Союз һәм Шмидт урамдары тирәһендә урынлашҡан, унда бөтәһе бик күркәм ике күл бар, – тип һөйләй “БАДИ” архитектура-реставрация бюроһы етәксеһе Нелли Майорова. – Ҙур күл тирәһендә төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу барҙы. Майҙансыҡтар, шул иҫәптән, балалар уйын майҙансығын төҙөү, амфитеатр эшләп ҡуйыу, юл һәм һуҡмаҡтар һалыу, электр бағаналарын урынлаштырыу һәм башҡа эштәр шуға асыҡ миҫал.
Нелли Рәшит ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә Бәләкәй күл тирәһенә йәм индереү буйынса уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырасаҡтар. Ғөмүмән, хәҙер был урын өфөләрҙең һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтарының иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән, күлдәргә ҡоштарҙың ҡайтыуы – ҙур ҡыуаныс.
“Тулҡын” паркындағы Бәләкәй күлде төҙөкләндереү 2023 йылда тамамланырға тейеш.
Фото: https://ufa.bezformata.com/