

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикабыҙҙа Берҙәм логистика үҙәге төҙөлдө. Маҡсат – посылка ебәреүҙе еңеләйтеү, ябайлаштырыу һәм был тәңгәлдә тәртип урынлаштырыу. “Башсельхозтехника” предприятиеһында урынлашҡан ошо логистика үҙәгенә республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға тәғәйенләнгән посылкалар килеүен дауам итә. Гуманитар ярҙамды ҡабул итеүҙә яуаплы Рәил Әҙиәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, әйберҙәрҙе ҡабул иткәндә уларға Башҡорт кооперативы техникумы һәм Өфө авиация техникумы студенттары ярҙам итә.
Посылканы айырым кешеләр ҙә, физик шәхестәр ҙә тапшыра. Әйткәндәй, һалдаттарға туғандары ебәргән йоҡа һәм йылы носкиҙар, эске күлдәктәр, термокейемдәр, шәхси гигиена әйберҙәре, һабын, тушенка, балыҡ консервалары, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, сәй, кофе, шәкәр, шоколад кеүек кәрәк-яраҡтан тыш, автомобиль дә килтерелгән. Башҡортостан комсомол һәм студент төҙөлөш отрядтары ветерандары хәстәрләгән “УАЗ” маркалы машина шуға асыҡ миҫал.
– Уазиктың ҡеүәтле техника икәнен барыһы ла белә, – тип һөйләй Рәсәйҙең атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре докторы, күренекле врач Вил Тимербулатов. – Ә инде беҙҙең һалдаттарыбыҙ өсөн ошо “тимер ат”тың ярҙамы ҙур булыуында тамсы ла шик юҡ. Эвакуация ваҡытында, ғөмүмән, бүтән ваҡытта ла кәрәге тейәсәк.
Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов һөйләүенсә, һынылышлы һәм ҡатмарлы осорҙа бер-беребеҙгә теләктәш булыу – иң отошлоһо.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әсәҙуллин билдәләүенсә, беҙҙәге комсомол һәм студент төҙөлөш отрядтары ветерандары аҡса йыйып, машина һатып алған. Был көслө техника яралыларҙы яу яланын алып сығыу, дауаханаға алып барыу өсөн ныҡ кәрәк.
Ошо көндәрҙә Берҙәм логистика үҙәгенән, кәрәк-яраҡ тейәлгән йөк машинаһы тәғәйен урынға оҙатыласаҡ. Шул иҫәптән, республикабыҙҙың комсомол һәм студент төҙөлөш отрядтары ветерандарының салонына медикаменттар һалынған “УАЗ” автомобиле лә Луганск өлкәһенең Красный Луч ҡалаһына юлланасаҡ.
Фото: Илдар Аҡъюлов.